Әҙиптәр иғтибар үҙәгендә20.06.2012
Әҙиптәр иғтибар үҙәгендәЯҙыусы йәмғиәтте тәрбиәләй, тиҙәр. Ысынлап та, нисәмә быуын өлгөлө әҫәрҙәр уҡып үҫте, ыңғай геройҙарҙан үрнәк алып оло тормошҡа юл ярҙы. Бар ғүмерен кешенең күңелен дауалауға бағышлаған ижадсының бөгөнгө хәле нисек? Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов әҙиптәр менән осрашыуында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов ижади ойошмаға тейешле күләмдә аҡса бүленмәүен, яҙыусыларҙың шифаханаларҙа ял итә алмауын билдәләп үтте.
Рөстәм Зәки улы шунда уҡ әҙиптәр күптән ишетергә теләгән фекерҙе еткерҙе:
— Был осраҡта аҡса мәсьәләһе мәсьәлә түгел. Һеҙ бары тик өлгөлө әҫәрҙәр яҙығыҙ.
Айҙар Хөсәйенов иһә республикала йәш ижадсыларға иғтибарҙың етмәүенә ризаһыҙлығын белдерҙе. Быны ул китаптарҙың оҙаҡлап сиратта ятыуы менән аңлатты.
— Ҡырҡ йәште уҙып та үҙеңде һаман йәш яҙыусы тип атау оят инде! — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов. — Лермонтов та, Туҡай ҙа 27 йәшкә тиклем йәшәгән. Улар йәш булған, әммә өлгөргән шағирҙар. Ә беҙҙә 40-ты тултырғандар, шулай ҙа һаман йәшмен, тиҙәр.
Ҡатнашыусылар араһынан, Максим Горький исемендәге Мәскәү әҙәбиәт институтында белем алғандар, бүтән ижадсыларҙан бер башҡа юғарыраҡ, тип фекер белдереүсе лә табылды. Шуныһы ғәжәп: Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәшит Назаров, Рәйес Түләк кеүек шиғриәт йондоҙҙары булған саҡта, был һүҙҙәрҙе әйтергә нисек тел әйләнәлер. Әйтерһең дә, Мәскәү талант өләшә!
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов яҡын арала атап үтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ярҙам итәсәген белдерҙе. Тимәк, китаптар ҙа күберәк баҫылыр, яҙыусыларға ял итергә шарттар ҙа булдырылыр. Әммә бөтә проблемалар ҙа — ваҡытлыса ғына. Ҡәләм маһирҙары ошо мәшәҡәттәргә сумып, үҙенең төп йүнәлешенән ситләшмәһә ине.
Б. МӨХӘРРӘМОВ.


Вернуться назад