Хеҙмәт ун томлыҡ буласаҡ20.06.2012
Хеҙмәт ун томлыҡ буласаҡБөгөнгө заманда бер нисә телде белеү зарур. Тимәк, һүҙлектәрҙең дә баһаһы арта. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н тап ошо талапты күҙ уңында тотоп сығара башланы.

Хеҙмәт ун томлыҡ буласаҡ. Әле тәүге икәүһе донъя күрҙе.
— Йыл һайын ике томды сығарып, проектты 2016 йылда тамамларға ниәт бар, — тине китаптарҙың исем туйында институт директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Әле тағы ла дүрт китаптың ҡаралама варианты әҙер.
Академик һүҙлектең файҙаһы ифрат ҙур буласаҡ. Унда һәр һүҙҙең аңлатмаһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән. Баш һүҙ иһә — башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә. Тимәк, был хеҙмәтте “Башҡорт теленең аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлеге” тип иҫәпләргә лә мөмкин. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы әйтеүенсә, дүрт телдә сығарылған китаптың киң файҙаланылыу мөмкинлеге бар. Тәү сиратта ул ғалимдар өсөн кәрәкле. Беҙҙекеләр генә түгел, сит ил белгестәре лә үҙ эшендә ҡулланасаҡ, төрлө телде сағыштырып өйрәнәсәк. Тимәк, башҡорт телен, милләтебеҙҙе донъя кимәлендә күрһәтә алабыҙ.
Һүҙҙәрҙең аңлатмаһы ла, тәржемәһе лә булған академик һүҙлек журналистар, уҡытыусылар, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, туған телен белмәгән, уны өйрәнеү теләге менән янған милләттәштәребеҙ өсөн дә ифрат кәрәкле ҡулланма буласаҡ.
Фирҙәүес Хисамитдинова хеҙмәттең ун томдан ашып китеү ихтималлығын да күҙаллай.
— Китапҡа телебеҙҙәге һәр һүҙҙе индерергә тырышабыҙ, — тине ул. — Төрлө һөйләш, диалект һүҙҙәрен, боронғо яҙмалағыларҙы, ғәрәп, фарсы, урыҫсанан үҙләштерелгәндәрҙе лә ҡалдырманыҡ. Тел көндән-көн үҫә, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә күбәйә. Һүҙлекте төҙөгән арала әллә күпме яңыһы барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан эшебеҙҙең ун томдан да артып китеүе бар.
Китаптарҙың исем туйында ҡатнашҡан вәкилдәр — Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән Ришат Сабитов, Хөкүмәттән Рәйлә Вахитова, “Китап” нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов, “Өфөполиграфкомбинат” предприятиеһы директоры Шамил Бикҡолов академик һүҙлектең республика өсөн ҙур бүләк булыуын, артабанғы томдарҙы сығарыуҙа ла берҙәм эшләү мөһимлеген билдәләне.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад