Ел үтмәһен араға07.12.2011
Ел үтмәһен арағаӨфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендәге 122-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары ла “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға” акцияһына ҡушылды.
“Республикабыҙҙың төп гәзите булған “Башҡортостан”ды һәр мәктәптең уҡытыусыһы алдырырға тейеш. Һуңғы ваҡытта гәзиттең йөҙө ныҡ үҙгәрҙе, халыҡты борсоған мәсьәләләр күтәрелә, мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе байый”, — ти улар.
Үкенескә ҡаршы, Робинзон Крузо кеүек кеше аяғы баҫмаған утрауҙа йәшәгәндәй хис итеүҙәрен дә йәшермәне уҡытыусылар. Гәзит-журнал хәбәрселәренең бында аяҡ баҫҡаны ла юҡ икән.
Ысынлап та, бер-беребеҙгә шундай вайымһыҙ ҡараш арҡаһында араларға һалҡын ел үтә, ышаныс бөтә. Осрашыу барышында уҡытыусыларҙың аралашыуға сарсауы һиҙелде. “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ләлә апай Бейешеваға һәм журналистарға төрлө һорау яуҙырҙылар, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында әсенеп һөйләнеләр.
Беҙ гимназия менән “Башҡортостан” гәзите араһындағы дуҫлыҡ киләсәктә тәрәнерәк тамыр ебәрер тигән ышаныс менән хушлаштыҡ.
С. НӘЗИРОВ.


Вернуться назад