Рухиәтебеҙҙе үҫтереүселәр16.06.2012
Рухиәтебеҙҙе үҫтереүселәр— Бөгөнгө байрамдың нигеҙен бик күп быуын вәкилдәренең, шул иҫәптән һеҙҙең дә оло ижади ҡаҙаныштарығыҙ тәшкил итә, — тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан рухиәтебеҙҙе һаҡлаусы һәм үҫтереүсе һөнәр эйәләрен тәбрикләп.

Милли музейҙа ойошторолған тантанала, дөйөм алғанда, һикһәнгә яҡын кешенең хеҙмәте дәүләт һәм министрлыҡ кимәлендәге наградалар менән баһаланды. Мәҫәлән, республиканың Милли симфоник оркестрында уйнаусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнеләр. Был коллектив, белеүебеҙсә, ил һәм донъя күләмендәге мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, төрлө ҡитғаларға төбәгебеҙҙең, милләтебеҙҙең данын тарата, профессиональ музыка сәнғәте үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры Ғәли Алтынбаев хәҙер — Башҡортостандың халыҡ артисы. Ул Рухиәтебеҙҙе үҫтереүселәрсәхнәләге күп йыллыҡ хеҙмәтенең ошолай юғары баһаланыуына һөйөнөп бөтә алмауын, ижад өсөн ҙур дәрт-дарман алыуын белдерҙе. Моңло, яғымлы тауышы менән күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған йырсы һәм радио хеҙмәткәре Фәрүәз Урманшинды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримованы ла дәүләт кимәлендәге бүләк көткән икән: улар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Рәхмәт йөҙөнән һәм байрам уңайынан Әлфиә Кәримова ижадташтары алдында башҡорт халыҡ йыры “Бейеш” менән сығыш яһаны.
Рухиәтебеҙҙе үҫтереүселәрМостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры етәксеһе Ринат Ишмуллин Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып танылды. Сибай дәүләт филармонияһы директоры, республиканың халыҡ артисы Вәкил Йосоповҡа иһә бүләкләүсе янына ике тапҡыр сығырға тура килде, сөнки уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын ғына түгел, Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһын да тапшырҙылар.
Күмертау ҡалаһының, Илеш һәм Балтас райондарының мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары етәкселәренә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары килгән. Белореттар ҙа оло ҡыуаныс кисерҙе: ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Рәсәй мәҙәниәт министрының, Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Республика Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһына Күгәрсен, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Туймазы, Бәләбәй, Асҡын райондары, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама ҡалалары вәкилдәре лайыҡ булды.
Тантанала шулай уҡ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә миҙал тапшырылды.
Даян МӘЖИТОВ.


Вернуться назад