Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарында15.06.2012
Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарындаМатбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро. “Башҡортостан” гәзите лә, 95 йәшлек ҡартмын бит әле, тип билен йылы мейескә терәп ултырырға уйламай, республикабыҙҙың йә теге, йә был тарафтарына елдереп сыға ла китә. Бәй, шулай булмайса, “Башҡортостан”ды ҡулығыҙға алып ҡарағыҙ әле, ниндәй рухи дәрт-дарман, уй-фекер оһоллоғо бөркөлөп тора уның биттәренән. Ә инде гәзит менән дуҫлашаһығыҙ икән, ошо илаһи ҡөҙрәт һеҙҙең йөрәгегеҙгә лә күсәсәк!

Күптән түгел генә “Башҡортостан” гәзите Нефтекама ҡалаһы филармонияһының сәхнәһен дер һелкетеп ҡайтҡайны. Был юлы илһам ҡанаттары уны милли батырыбыҙ
исемен йөрөткән Салауат ҡалаһына алып осто.
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының хужабикәһе (директоры) Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова яҡты йөҙ, татлы һүҙ, киң күңел менән ҡаршы алды “Башҡортостан”дарҙы.
Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарындаСалауат рухлы театрҙың гәзиткә булған хөрмәте бының менән генә сикләнмәне, иң беренселәрҙән булып тотош коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып та ҡуйҙылар. Тимәк, милли тирмәнебеҙгә үҙ һыуҙарын ҡойҙолар тигән һүҙ был. Мең рәхмәт уларға!
“Башҡортостан”дың юбилейын көтөп кенә йөрөгән тиерһең, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Владимирович Наточий ҙа кисәнең башынан алып аҙағына тиклем гәзиттән айырылманы. Үҙенең йөрәк йылыһына төрөп Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Фәррәх улы Ғилмановтың ҡотлауын тапшырҙы. Хәйер, ҡотлауҙар һәм теләктәр мул булды кисәлә. Салауат театрының йөҙө Башҡортостандың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев, Гөлсәсәк Шәрипова, Миңдулла Иҙрисов, Венера Хәсәнова һәм башҡалар йыр-моңдары менән тамашасы күңелен елкендерҙе.
Салауат ҡалаһының Салауат рухлы шәхесе — ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Самат Ҡасим улы Мостафин иһә 30 июнгә тиклем “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙыртыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән почтальондар һәм матбуғат таратыусылар өсөн махсус бүләк әҙерләп ҡуйған икән. Быйыл 95 йыллығын билдәләгән гәзитебеҙгә кәмендә 25 дана яҙҙыртыуға өлгәшкән Салауат ҡалаһы кешеһенә төп бүләк — алтын алҡа — тапшырыласаҡ!
“Башҡортостан” гәзитенең элекке үҙ хәбәрсеһе, хәҙер инде Салауат нәшриәт комплексының директоры Сибәғәт Рахманғолов, 25-се башҡорт гимназияһы директоры Айнур Ишемғолов гәзитте юбилейы менән тәбрикләп, бүләктәрен тапшырҙы. “Башҡортостан” да буш ҡул менән килмәне, гәзиткә яҙылыусыларға иҫтәлекле бүләктәрен таратты, ә инде гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, Өфө ҡунаҡтары Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина менән йырсы Риф Бикбаевтың моң күстәнәстәре салауаттарҙың күңеленә май булып яғылды.

***
Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарындаАртабанғы юлыбыҙ Ашҡаҙар буйына йүнәлде. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ла ҡолас йәйеп ҡаршыланылар беҙҙе. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Басиров хакимиәт башлығы Алексей Изотовтың ҡотлауын уҡып ишеттергәндән һуң, сәхнәлә йыр-моң хакимлыҡ итте. Йырсылар Физалиә Рәхимова, Резида Әмәкәсова, Илфир Баймырҙин тамашасыларҙы моң ямғырында ҡойондорҙо.Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарында Даны бөтә донъяға билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән мәшһүр һандуғасыбыҙ Әлфиә Юлсуринаның сығышын иһә Стәрлетамаҡ тамашасыһы ҡайнар алҡыштарға күмде.
Кисәгә халҡыбыҙҙың атаҡлы шағиры Хәсән Назар ҙа килгәйне. “Тормошобоҙҙо йәмләп һәм тотоп тороусы өс һиммәт бар — башҡорт теле, башҡорт моңо, “Башҡортостан” гәзите”, — тип шағир ошо өс ҡиммәтле һиммәт хаҡында шиғырҙарын уҡыны.
Ағиҙел һәм Ашҡаҙар буйҙарында“Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова тотош коллективы менән “Башҡортостан”ға яҙылыуҙарын әйтеп ҡыуандырҙы. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ педагогия академияһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары. Ә инде Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының даны тотош Рәсәйгә таралған тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Театрҙың директоры Таһир Тимерхан улы Искәндәровтың оҫта етәкселек итеү һөҙөмтәһе был.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите фекерҙәштәрен йыйып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп алды. Хәйер, үҙ халҡын, телен, илен хөрмәт иткән дуҫтарыбыҙ менән көн дә осрашып, борсоған мәсьәләләр хаҡында фекер алышып тора гәзитебеҙ. Бының өсөн бары тик “Башҡортостан”ыбыҙҙы алдырырға ғына кәрәк.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ


Вернуться назад