Баймаҡ ҡағанатында15.06.2012
Баймаҡ ҡағанатында

... Был — Баймаҡ йөмһүриәте,
Был — Баймаҡ ҡағанаты!
Рәйес Түләк.

Әбйәлил — Баймаҡ сигендә,
Сал Ирәндек ҡуй(ы)нында
Фәрештәләр ҡаршыланы
Беҙҙе шишмә буйында.

Баймаҡ еренә ингәс тә,
Баш ҡалабыҙ Темәстә*
Күрҙек Баймаҡ ҡағанатын
Туҡһан дүртенсе йәштә.

Күрҙек уның Граф күлен,
Күрҙек моңло Талҡаҫын,
Ил сиктәрен күҙәтеүсе
Ирәндектең сал башын.

Бында тарих, шанлы тарих
Ирәндеккә һыйынған.
Баймаҡ йөмһүриәтенә
Ысын дуҫтар йыйылған...

Юлыбыҙҙы баҫып ятҡан
Ауыр таштарҙы ватып
Әйҙә, күңел күтәрелһен,
Донъяға сәскә атып!

Йәшнәп йәшәйек, дуҫтарым,
Сығармай яманатты,
Был — Баймаҡ йөмһүриәте,
Был — Баймаҡ ҡағанаты!

*Темәс — Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы (1919 й.)

Әбйәлил
(йыр)

Әбйәлил дә, Ҡырҡты ла
Мәшһүр Урал улдары.
Ниндәй көслө, ниндәй йылы
Әбйәлилдең ҡулдары.

Тәбиғәттән айырылмай
Башҡортомдоң юлдары.
Шуға уның күңелендә
Тик тәбиғәт моңдары...

Таҙалығы менән арбай
Әбйәлилдә урамдар.
Бында халыҡ берҙәм йәшәй,
Әйтерһең, бер туғандар.

Услап ҡына һыу эсһәгеҙ
Ҡыҙ йылғаһы Ҡыҙылдан,
Әбйәлилдең кейәүҙәре
Булырһығыҙ быйылдан...

Тормош ауыр тиеп йәшәү
Был яҡтарҙа килешмәҫ.
Дейеүҙе еңгән Әбйәлил
Ауырлыҡҡа бирешмәҫ!

Зөфәр ВӘЛИТ


Вернуться назад