Һөнәр һайлағанда15.06.2012
Һөнәр һайлағанда— Мин врач булам!
— Әртис!
— Бизнесмен!
— Мин — банкир!
Класс етәксеһе Зөлфиә Мөхтәровна уҡыусыларының бындай ҙа ҙур хыялдар менән йәшәүенә һоҡланып, ғорурланып ултырҙы. Һәр береһенең теләген:
— Бик шәп, бик мәслихәт, — тип йөпләне, ҡанат ҡуйҙы. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул! Ун бер йыл буйы йыр, физкультура дәрестәренән генә “дүртле”ләр күргән Римустың да институт тип атлығып тороуы насармы ни! Замана балалары серек мейе түгел шул. Ата-әсәләре тураһында һүҙ ҙә юҡ. Элек кенә ул, хәҙер телгә алыуы ла ғәрлек, кластан бер-ике бала вузға барып морон төртһә, мәктәп өсөн ауыҙ тултырып һөйләрлек олоғара ваҡиға була торғайны. Хатта анау йылды бер ҡыҙҙары шау “бишле”гә бөтөп тә, институтҡа инә алмай, мәсхәрәгә ҡалдырғайны. Хәҙергеләр асыҡ ауыҙ түгел, уларҙың көскә алған “өслө”һө лә әүәлге “бишле”нән күпкә ҡатҡыл. Шуға ла аңшайып тормайҙар — класы менән вузға дөбөрләтеп барып инәләр ҙә китәләр. Ә училище, техникум менән ваҡланып та тормайҙар. Гыпытыу, сыпытыу күптән онот булды.
Сират ғүмер буйы иң артҡы партала йоҡомһорап ултырған, йоҡа ғына бер дәфтәр менән уҡыу йылын тоҙлаған Ғөзәйергә етте.
— Йә, һин, үҫкәнем, кем булырға уйлайһың?
Малай, күҙҙәре ялтлап, йәнләнеп китте. Турайып баҫты ла бөтәһенә ишетелерлек сағыу тауыш менән:
— Күрәҙәсе! — тип яуапланы. Ун бер йыл буйы ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәгән Ғөзәйерҙең тауышы был юлы көр һәм ышаныслы яңғыраны.
Бар күңелен, йөрәген балаларға биргән Зөлфиә Мөхтәровна быға “лып” ултыра төшмәне, хис-тойғоларын да тышҡа сығарырға ашыҡманы.
— Бик шәп, бик мәслихәт!
Бына ниңә ул дәрескә эт арманһыҙ булып, ҡосаҡ-ҡосаҡ китап йөрөтөп толланмаған?! Көс еткеһеҙ сумканың нығынмаған йәш организмға зарарын алдан тойомлаған бит. Уның класынан да шундай ғәжәп көскә эйә кеше сыҡмаҫлыҡмы ни!
Шулай ҙа үҫмергә тура ҡарап:
— Аҡыллым, ғәҙәттә, ундай һөнәр нәҫелдән күсә, ә быуынығыҙҙа күрәҙәселек менән шөғөлләнгән берәйһе бармы әллә? — тип һорамай булдыра алманы.
— Юҡ та! — Ғөзәйер шулай тип яуапланы ла түш кеҫәһенән бер гәзитте килтереп сығарҙы ла тып иттереп Зөлфиә Мөхтәровнаның өҫтәленә алып барып һалды. Уҡытыусы ҡыҙыл ҡәләм менән уратып алынған яҙыуға күҙ йүгертте. Унда: “Бөтә теләүселәрҙе күрәҙәлек ҡылыу буйынса уҡырға саҡырабыҙ”, — тип яҙылғайны.
Венер ИСХАҠОВ.


Вернуться назад