Тамам теңкәне ҡоротто бит шул ғифрит!
— Ҡуй инде, ҡуй. Шуны еңерҙәй берәй батыры булманы инде, исмаһам.
Ауыл халҡының ҡот-йәнен алып, Иглиндә аждаһа пәйҙә булды. Аждаһа тигәс тә, нишләптер туғыҙ-ун башлы ла түгел, ә ҡәҙимге кешегә оҡшап тора үҙе. Кем белә инде, бәлки, ул әкиәттәрҙәге ҡәрҙәштәре һымаҡ 500-1000 йылдан артыҡ йәшәп, кеше ҡиәфәтенә инә торғандыр. Ундайҙарҙы бигерәк яман була, тиҙәр. Ә бының тотош фиғеле, барлыҡ ҡыланышы хәс тә әҙәм балаһыныҡы ише. Ауыҙы араҡы тип кенә шапылдап тора, ә үҙен Мансуров тип йөрөтәләр икән.
Аждаһа хаҡында уйлай-уйлай кешеләрҙең йөрәге бөттө тамам. Хәҙер улар ишектәрҙе, ҡапҡаларҙы төндәрен генә түгел, хатта көндөҙөн дә ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләп, урамға сығырға ла ҡурҡышып ултыра. Ә бер-ике көнгә бүтән ауылға йәки ҡалаға ҡунаҡҡа китеүҙе башыңа ла килтермә. Шуны ғына аңдып торған аждаһа “һә” тигәнсе йортоңа баҫып инер ҙә бөтөн нәмәңде арма-торма итер. Ә ауылда бындай хәлдәр йыш булып тора.
Үҙенә тиң алышсы күренмәгәс, аждаһа шашҡандан-шаша бара. Айырыуса теге ҡырҡ биш градуслыны мул ғына тондороп алғандан һуң ныҡ ҡотора, ауыл урамына һыймай ажарлана, ҡайҙа, кемгә барып бәрелергә белмәй. Үҙенең ни ҡылғанын да аңламай. Донъя ярып үкерә, ер тетрәтеп имәнес, ҡот осҡос тауыш сығара. “Бөтәгеҙҙе тегеләй итәм, былай итәм. Үлтерәм, ҡырам. Ауыҙығыҙҙы йыртам, муйынығыҙҙы өҙәм”. Ә инде яңылыш ҡына юлында тап булдыңмы, исем-шәрифеңде һорап тормаҫ. “Мин һине шулай итәм”, — тип көрәктәй ҡулдары менән күкрәгеңдән матҡып та алыр, һауаларға олғашҡансы елләп тә осорор. Шуға ла ауыл халҡы хәҙер урамға сығырға ла шөрләй. Ә инде абайламағанда өйөңә килеп инеп, тишә яҙып ҡарап, аҡса б-и-и-р, араҡы та-а-п, тип бер екерһә, биллаһи, йөрәгең ярылыр.
Бер көндө ошо аждаһа, дауыл сығарып, магазинға барып инде лә араҡы таптыра башланы.
Һатыусының:
— Аҡсағыҙ юҡ бит, нисек итеп һеҙгә араҡы бирәйем, — тиеүенә күҙҙәре маңлайына менде.
— Әле һин шулаймы, маңҡа, минән аҡса таптыраһыңмы! — тип көрәк кеүек йоҙроғон уның танауы аҫтында бейетте.
— Бына, ошоно күрәһеңме? Еҫкәп ҡара әле, чем пахнет! Бирмәй ҡара! Иҙмәңде иҙермен! Магазиныңдың аҫтын-өҫкә әйләндерәм. Минән имен ҡотолған әҙәм юҡ әле! Үлтерәм! — Аждаһа йәшелле-күкле тауыш менән үкерҙе, күҙенән йәшен йәшнәгәндәге кеүек зәһәр осҡондар сәсрәне. Уның тауышынан магазин дер һелкенеп торҙо.
Ҡото осҡан һатыусы “ялтыр баш”ты нисек итеп килтереп тотторғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Инде күңеле булған аждаһа:
— Ана шулайтып ҡотол, — тип, һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып, йылмайғандай итте лә шешәне магазинда уҡ ғоңҡолдатып та ҡуйҙы.
— Ой, ҡалай шәп!
Ошолай мул ғына уртлаған ваҡытта уның зиһене асыла, хәтере яҡшыра төшә икән. Үткәндәр иҫенә килә. Кем нимә тип әйткән, кем башын төҙәттермәгән, ул үлә яҙып ауырығанда ҡапҡаһын асмаған. Тиҙҙән күршеһенең уға бурысы барлығы иҫенә төштө. “Ҡара әле, иманһыҙ бәндә, бирергә уйлаймы-юҡмы икән, хәҙер ике йыл үтте”. Ете төн уртаһында аждаһа тегенең йортона китте. Әммә, ҡәһәрең, ҡапҡаһын эт тә үтмәҫлек итеп бикләп ҡуйған. Аждаһа төкөрөктәрен сәсеп шашынды. Төнгө һиллек уның зәһәр тауышын тотош ауылға яңғыратты.
— Бурысыңды бир, хәшәрәт...
Йорт эсенән яңғыраған:
— Мин һинән бер ҡасан да аҡса алғаным булманы, — тигән тауышты ишетергә лә теләмәне.
— Нимә һөйләйһең? Башыңды өҙәм!
Аждаһа туҙынып-туҙынды, кәртә-ҡапҡаларҙы туҡманы, ахыры аяҡ аҫтында ятҡан ағасты эләктерҙе лә тәҙрәгә елләне...
Тора-бара аждаһанан күршеләге ауыл халҡы ла дер ҡалтырай башланы. Ошо көндәрҙә уға ҡаршы көрәшкә сығырға баҙнат итеүселәр табылған, ти.
Айрат КӘРИМОВ.
Иглин районы.