Барҙы бөтөрөүе еңел...15.06.2012
Башҡортостан иҫ китмәле бай тәбиғәтле, ер аҫты, ер өҫтө байлыҡ менән тулған. Үкенескә ҡаршы, ерле халыҡ хәйерселектә тиерлек йәшәй. Урындарҙа, ауылда хәстәрлекле етәкселәр, булдыҡлы шәхестәр аҙ.

Булғандары ла кеҫә ҡалынайтыу яғын ҡарай. Байып алғас, ҡалаға олағалар. Ситтән килтереп ҡарайҙар, тик улар артта ҡалған райондарҙы аяҡҡа баҫтыра алмай.
Октябрь революцияһынан һуң, колхоз төҙөйбөҙ тип, халыҡ байлығын тартып алдылар, коллектив хужалыҡтар төҙөнөләр. Ҡаршылыҡ күрһәткәндәрҙе Себер һөрҙөләр, төрмәгә ултырттылар. Колхоз эшенә яраҡлашҡандарҙы “трудодень” менән һыйланылар, бушлай эшләттеләр. Һәр ауылда колхоздар барлыҡҡа килде. Ас халыҡ, бушҡа эшләп, илде туйҙырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шул колхоздар илде үлемдән ҡотҡарҙы. Ғаиләләре астан үлһә лә, хөкүмәткә иген, ит тапшырҙы. Һәр крәҫтиән хужалығына ауыл хужалығы һалымы булды: һыйыр аҫрағандар 270 литр һөт (һары май иҫәбендә) 48 кг ит, 100 дана йомортҡа, 2 һарыҡ тиреһе бирҙе. Үҙ малыңды рөхсәтһеҙ һуйһаң, төрмә көттө. Һуғыш ваҡытында хәрби заем уйлап таптылар. Түләй алмағандарҙы ауыр эшкә алып киттеләр. Һуғыш ваҡытында бөтөн эште ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар, йәш үҫмерҙәр башҡарҙы. Шул үҫмерҙәр хәҙер ҡартайҙы, бер ниндәй ҙә льготалар юҡ. Һуғыш тамамланғас, тағы заем уйлап таптылар — “Востановление народного хозяйства” һылтауы менән. Шунан власть башына “кукурузниктар” килде. Эреләтеү компанияһын иғлан итеп, ваҡ ауылдарҙы, хужалыҡтарҙы тарҡаттылар.
Сәсеү майҙанын арттырыу өсөн мелиорация башланды: һаҙлыҡтар киптерелде, ҡыуаҡлыҡтар бөтөрөлдө. Бөгөн шул ерҙәр буш ята. Ауыл хужалығына комплекслы механизация үткәрҙеләр. Улар ҡайҙа бөгөн?
Миҫал өсөн Архангел районындағы ваҡиғаларҙың бер нисәһен яҙып үтәм. Һуғыш осоронда “Крахмал” заводы барлыҡҡа килде. Крәҫтиәндәрҙән бәрәңге һалымы йыйып, спирт, крахмал, картуф туҡмасын фронт өсөн етештерҙеләр. Һуғыш бөткәс, һыра заводы тип үҙгәртелде. Хәҙер заводтың урынын табыуы ҡыйын. Кенәз ауылы эргәһендә кирбес заводы бар ине, ул да юҡ. Данлыҡлы “Максим Горький” колхозы миллионерға әйләнде. Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә бер нисә тапҡыр барып, алтын миҙалға лайыҡ булдылар. Был колхоз да бөтөрөлдө. Архангел районында “Инйәр” совхозы барлыҡҡа килде. Ере күп, хужалыҡ итеүе ҡыйын тип, тағы бүлделәр. “Баҡалды”, “Липовка” совхоздары хәҙер тарихта ғына тороп ҡалды. Архангел районы урманға бай булғас, леспромхоз ойошторҙолар. Уның 15 мастерлыҡ бүлексәһе бар ине. Леспромхоз таҡта, паркет, мебель етештерҙе. Хәҙер бер бүлексәһе лә ҡалманы. Һәр ауылда леспромхоздың, колхоз, совхоздың ағас бысыу өсөн пилорамаһы бар ине. Улар ҡайҙа булды? “Инйәр” совхозының “Казанка” кирбес заводы уңышлы эшләне, йорттар һалынды. Һәр ауылда тимерлектәр бар ине. Эшселәрҙе ситтән килтереп, кирбестән ферма төҙөнөләр. Шул фермалар һүтелеп, таланып бөттө. Ауыл хужалығын тарҡатҡандарға хатта маҡтаулы исемдәр бирелде. (Ышанмаусылар булһа, районға килеп, исемлектәре менән танышырға мөмкин).
Заманында ауыл хужалығы буйынса белемһеҙ шәхестәрҙе район етәкселәре итеп тәғәйенләнеләр. Яңы хакимиәт башлығы Ғәбитовҡа түҙемлек бирһен. Хөкүмәт тарафынан ярҙам, яҡлау кәрәк буласаҡ. Сөнки хәҙер хужалыҡтарҙы яңынан аяҡҡа баҫтыра башлау зарур.
Фәнияз САДИҠОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.


Вернуться назад