Көлкө хаҡында бөйөктәр ни тигән?15.06.2012
Көлкөнән ҡурҡҡан — дөрөҫлөктө һөймәҫ.
И. Тургенев.
Шаярыуҙан — етдилеккә, етдилектән шаярыуға еңел генә күсә белеү ҙур һәләт талап итә. Шаярыу йыш ҡына хәҡиҡәттең асылын асырға булыша.
Ф. Бекон.
Көлкөгә ҡалыу — тимәк, эшеңде юҡҡа сығарыу.
В. Белинский.
Көлкө йыш ҡына мөһим мәсьәләләрҙе, ҡәтғи фашлау нотоғона ҡарағанда, яҡшыраҡ һәм төплөрәк хәл итә.
Гораций.
Дөрөҫлөккә нигеҙләнгән көлкө йәнгә үлемесле сәнсә.
Тацит.
Хәҡиҡәтте ялғандан айырырға кәрәккәндә көлкө йыш ҡына бөйөк аралашсы була.
В. Белинский.
Беҙ, үҙебеҙҙең сифаттарыбыҙҙан бигерәк, үҙебеҙҙә булмаған сифаттарҙы күрһәтергә тырышыуыбыҙ менән көлкө күренәбеҙ.
Ф. Ларошфуко.
Тәнҡит ул — дөрөҫ ҡан әйләнеше, унһыҙ торғонлоҡ һәм кире күренештәр пәйҙә була.
Н. Островский.
Рәдиф Тимершин йыйҙы.