Тамырҙарым һиндә, Ейәнсурам15.06.2012
“Тамырҙарың, һылыу, ҡай тарафтан?” —
Тиеп һораһалар, сит яҡта:
“Ейәнсуранан!” — тиеп йылмаямын,
Ғорурланам үҙем шул саҡта.
Ысынлап та, минең төйәгем —
Күпме шәхестәрҙең бишеге.
Һоҡланырлыҡ урман-тауҙары,
Һәр кемгә лә асыҡ ишеге...
Һыусыҡҡан һуң, тере шишмәкәй —
Ейәнсурамдың алтын биҙәге.
Кемдәр генә тиңләмәгән уны
Мөғжизәле көскә илдәге.
Ғәлийән тауын барып күргәндең
Хәтерендә ҡалыр мәңгегә.
Ерәнсәнең тыуған Үргене
Матурлығын сәсә күңелгә.
Ҡаҫмарт буйы йырҙа йырлана.
Һүрәм, Эйек телдән төшмәҫтәр.
Ейәнсурамды данлар башҡортом,
Артыр әле, артыр бөтмәҫтәр...
Таулыҡай ҙа тигән бер ауыл
Илгә шағир биреп танылған.
Йыр-моң эйәләре яҡташтарым,
Исемдәре илгә таралған.
Батырҙары менән данлы ерем
Өмбәт һәм дә Сөләймән атлылар.
Әле һаман беҙҙең йөрәктә
Йәшәй улар изге затлылар.
Тыуған яғым минең Ейәнсурам,
Тамырҙарым һиндә йәйелгән.
Ата-бабаларым тап ошонда
Бик борондан ғүмер кисергән.
Ғорур хистәр миндә уяна,
Ырыуҙаштар, башҡорт илкәйем.
Алла бирһә, шәхес булырбыҙ
Ейәнсурам, һиндә еркәйем!

Фәниә ЮЛАНОВА.


Вернуться назад