Яҙмышымдың яҡты биттәре14.06.2012
Яҙмышым “Башҡортостан” гәзите менән төрлө яҡлап тығыҙ бәйләнгән. Иң тәүҙә шул: ошо гәзит ғүмерлек һөнәр һайлауыма йүнәлеш биргән. “Биргән” тим, сөнки быны мин хәҙер килеп аңлайым. Урта мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылымда ҡалып, дүрт йыл колхозда эшләнем. Шул осорҙа “Колхоз юлы” исемле район һәм “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә тәүге мәҡәләләрем баҫылып сыҡты.

Журналист булыу теләге күңелемдә шул саҡта бөрөләнгәндер, тип уйлайым. Ауыл хужалығы институтына кереп, колхоз стипендиаты сифатында уҡыу тәҡдим ителгәс, ҡаршы килеп, үҙ теләгем буйынса Башҡорт дәүләт университетын һайланым. Сөнки ошонда белем алыусы бик күп йәштәрҙең “Совет Башҡортостаны” биттәрендә мәҡәләләре, шиғырҙары, хикәйәләре сығып тора ине. Шуларҙы уҡып-күреп, мин дә улар шикелле булырға теләгәнмендер, күрәһең. Был хыял, ысынлап та, тормошҡа ашты: бына ярты быуатҡа яҡын ошо гәзит биттәрендә мин ижад иткән мәҡәләләр баҫылып сығыуын дауам итә.
Әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫыуым да ошо гәзиткә бәйле. “Буденовка” исемле тәүге хикәйәм 1964 йылдың июнь айында донъя күрҙе. Ҡулъяҙманы редакция хеҙмәткәрҙәре Рәми Ғарипов менән Ноғман Мусин уҡып фатиха биргән икән. Хикәйә сығып дүрт-биш көн үтеүгә, уның хаҡында гәзиттең яуаплы секретары Ғәйфулла Вәлиевтең “Бер хикәйә турағында ғүҙ” тип аталған рецензияһы күренде. Бергә уҡып йөрөгән Марсель Ҡотлоғәлләмовтың: “Романыңа рецензия сыҡҡан!”— тип һөйөнсө алыуы әле лә иҫтә. Шул көндән башлап бөгөнгә ҡәҙәрем хикәйәләрем, повестарымдан өҙөктәр бер-бер артлы баҫылып торҙо. Һәр яңы әҫәремде иң беренсе булып меңәрләгән уҡыусыға еткереп, яҙыусы итеп танытҡан гәзит ул минең өсөн “Башҡортостан”.
1993 йылда университеттың журналистика кафедраһы мөдире булып эшкә күскәс, редакция менән хеҙмәттәшлегемдең яңы, айырыуса яуаплы дәүере башланды. Журналистика бүлеге студенттарының практикаһын ойоштороу, уларҙың ижад өлгөләрен баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнеү, уҡыуҙы тамамлап диплом алыусыларҙы эшкә урынлаштырыу хәстәрҙәре... Редакция беҙҙең бүлек студенттарына, кафедраға һәм университетҡа һәр саҡ ихлас иғтибарлыҡ күрһәтте. Беҙҙә уҡып сыҡҡан Сәлмән Ярмуллин, Наилә Нурғәлина гәзиттә байтаҡ йылдар уңышлы эшләне, бөгөн элекке студенттарым Гүзәлиә Балтабаева, Самат Ғәлин, Лилиә Нуретдинова, Алһыу Әғлиуллина, Даян Мәжитов, Әлфиә Әйүпова, Рәшит Зәйнуллин ең һыҙғанып хеҙмәт итә бында.
...Тулҡын-тулҡын, быуын-быуын ойошоп дауам итә “Башҡортостан” гәзитенең данлы ғүмер юлы. Редакцияла бөгөн сағыштырмаса йәш, белемле, тәжрибәле, көслө журналистар һәм техник хеҙмәткәрҙәр тупланған. Уларңың хеҙмәте менән бай йөкмәткеле, уҡымлы, зауыҡлы баҫма ижад ителә. Бөгөн “Башҡортостан” — башҡорт телендә нәшер ителеүсе халыҡ гәзите. Ер йөҙөндәге башҡорт уҡыусыһының рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе, башҡорт телен, башҡорт рухын Салауаттарҙан, Вәлидиҙәрҙән, Рәмиҙәрҙән киләсәккә илтеүсе ул. Аҡһаҡалдар ҡоро — 95 йәшең менән, яҙмышымдың яҡты биттәрен яҙған минең ҡәҙерле гәзитем!
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, БДУ-ның журналистика
кафедраһы мөдире.


Вернуться назад