Һуңғы осорҙа “Башҡортостан” гәзитенең йөкмәткеһе яҡшырыуын, унда тәрән фекерле мәҡәләләр күбәйеүен, баҫманың йөҙө матурайыуын ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул итәм. Гәзитебеҙгә — 95 йыл! Был бит оло бер кеше ғүмере. Әммә “Башҡортостан” гәзитенә ҡарата улай тип әйтеп булмай. Сөнки ул — мәңгелек баҫма! Иле, халҡы, милләте мәңгелек булған кеүек, “Башҡортостан” да был донъяға ғүмерлеккә килгән.
Шуныһы иҫ китмәле: ул Башҡорт Автономиялы Республикаһы төҙөлгәнсе үк сыға башлай. Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Сәғит Мерәҫов кеүек күренекле шәхестәр башҡорт халҡының теләген үтәү заруриәтенән сығып ойоштора был изге ниәтле баҫманы.
Башҡортостанға автономия алып биреү, уның дәүләтселеген нығытыу өсөн көрәштә гәзит әйҙәүсе, ойоштороусы ролен үтәй, аҫыл, фәлсәфәүи фекер сығанағына әүерелә.
Бына 95 йыл инде “Башҡортостан” халыҡҡа хеҙмәт итә. Ошо ҡатмарлы һәм данлыҡлы осорҙа ул үҙ халҡына тоғролоҡ һаҡлап, республикала йәшәүсе барлыҡ башҡа милләттәрҙе лә берҙәм ғаиләгә туплау, халыҡтар дуҫлығын сәскә аттырыу өсөн көрәштең алғы сафында бара. Был еңел эш түгел, әммә изге ғәмәл. Бында аҡыл һиҙгерлеге, фекер зирәклеге лә талап ителә. Шуға күрә “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләүсе талантлы журналистарға рәхмәт әйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
Халыҡтың милли үҙаңын, интеллектуаль кимәлен күтәреүҙә лә гәзиттең роле бик ҙур. Ул үҙенең биттәрендә мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт мәсьәләләрен даими яҡтырта, кәрәк булһа, төплө фекерен, ҡәтғи һүҙен дә әйтә.
“Башҡортостан” гәзите ул — тормош университеты, бер үк ваҡытта матурлыҡ, илһам сығанағы ла. Әгәр ҙә донъяла “Башҡортостан” гәзите булмаһа, мин үҙемде тар, тығыҙ, ҡараңғы, күңелһеҙ бер мөхиттә итеп хис итер инем, моғайын...
Нәжиб АСАНБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.