Республика баҫмаһында төрлө дәүерҙә төпкә егелеп эшләгән, ҙур абруй яулаған ҡәләмдәштәребеҙҙең, ижадташтарыбыҙҙың, алда әйтелгәнсә, һәр береһенең исем-шәрифен атап сығыу мөмкин түгел. Үкенескә ҡаршы, ваҡыт аяуһыҙ, күптәре фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте. Уларға инде хәҙер ҡәҙер түгел, хәтерләүебеҙ генә кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр “Башҡортостан”да эшләгән бер төркөм абруйлы хеҙмәткәрҙәрҙән үҙ хәбәрсе Мөхтәр Тимербулатов, фотохәбәрсе Анатолий Виноградов, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Мирза Мостафин, Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Зиннәт Ишмаев, Хөршиҙә Хәйерова, Фәтих Комиссаров, Аҡмал Саптаров, Абдрахман Баязитов һәм башҡалар рухы алдында баш эйәбеҙ. Һуғыш ветеранымын тип күкрәк ҡаҡманылар, ҡайҙа ла һалдат булып ҡала белделәр. Наградаларын да рәсми сараларҙа ғына тағыр инеләр. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренән бер генә ветераныбыҙ ҡалды, ул – быйыл 90 йәшен билдәләгән Рәғәнә Енгалычева.
Оло быуын журналистарының һәр береһе хаҡында матур-матур иҫтәлектәр яҙырға ла мөмкин. Китап геройҙары ла була алырҙар ине. Уларға бөгөнгө журналистар кеүек республикабыҙҙы еңел автомобилдәрҙә иңләү бәхете теймәне. Шулай ҙа ҡайҙа һәм ҡасан кәрәк, шунда мәлендә барып еттеләр. Түрә-ҡараға һүҙҙәре лә үтте, ҡәләмдәре лә үткер булды.
Улар менән йәнәш эшләгән һәм матур өлгө алған остаздарыбыҙҙың бер төркөмө менән дә хаҡлы ғорурланабыҙ. Мәҫәлән, Юныс Әхмәҙиев, Иғдислам Мырҙабаев, Абдрахман Йосопов, Хәмит Шәрипов, Рәүеф Насиров, Венер Йәнбәков, Барый Ноғоманов, Шәйхислам Айсыуаҡов, Хәсән Назар һәм техник хеҙмәткәрҙәр Кинйәғәле Амантаев, Азат Байсурин, Ғәптиә Нурғәлина, Кәримә Гәрәева, Нурсилә Ғәлиуллина, Тамара Тимофеева, Нәҡиә Рәхмәтуллина, Дамира Шафиҡова, Фатима Сәлихова һәм башҡалар гәзитебеҙҙә лайыҡлы эҙен ҡалдырҙы.
Уларҙан һуң быуындар сылбырын дауам иткән йәшерәк быуын ветерандарыбыҙ ҙа баҫманың таралыуына, уҡымлы булыуына, республика тормошон яҡтыртыуға, гәзит менән халыҡтың бәйләнешен нығытыуға тос өлөш индерҙе. Йәшерәк ветерандарыбыҙ араһында ла юғары исемдәргә һәм наградаларға лайыҡ булыусылар байтаҡ. Шулай уҡ республика күләмендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яулағандары ла хәтһеҙ. Гәзит уҡыусылар Флүзә Мырҙабаеваның һутлы тел менән яҙылған мәҡәләләрен, Фәүзиә Латипованың ябай кешеләр араһынан тапҡан геройҙарын, Гөлшат Әхмәтҡужинаның шиғырҙарын, сәйәси темаларҙы яҡтыртҡан материалдарын, үҙ хәбәрсе һуҡмағын таҡырайтҡан Юнир Кинйәбаевтың, Фитрат Яхиндың яҙмаларын, Фәүзиә Мөхәмәтшинаның юлъяҙмаларын, Радик Байназаровтың төбәгебеҙҙең арҡырыһын-буйын гиҙеп, ауыл хеҙмәтсәндәре темаһы күтәрелгән, Нурия Амангилдинаның мәктәп тормошо яҡтыртылған мәҡәләләрен әле булһа хәтерләйҙер. Шулай уҡ байтаҡ йылдар баш мөхәррир урынбаҫары йөгөн тартҡан Әлфиә Аҡбутина менән Факил Мырҙаҡаев та әүҙемлектәрен һүрелдермәй.
Гәзиттең һәр һанын бал ҡорто ҡойған кәрәҙ менән сағыштырырға мөмкин. Ул — хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ижад емеше. Баҫма һүҙҙең ҡеүәһен тос фекер арттыра, тема төрлөлөгө байыта. Әле үрҙә исем-шәрифе күрһәтеп үтелгән һәм телгә алынмай ҡалған гәзит ветерандарының һәр береһе ысын мәғәнәһендә һөнәренең асылын тәрән аңлаған хеҙмәткәрҙәр итеп танытты.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.