Ҡиблаһы — ил, халыҡ яҙмышы14.06.2012
Ҡиблаһы — ил, халыҡ яҙмышыБынан теүәл 95 йыл элек Ырымбурҙа "Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире" исемле гәзиттең тәүге һаны донъяға ауаз һала.
Был көн – 14 июнь – "Башҡортостан"ыбыҙҙың тыуған көнө генә түгел, ә тотош милли матбуғатҡа нигеҙ һалып, хәҙер республикабыҙҙа йыл да Матбуғат байрамы булараҡ билдәләнә.

Халҡыбыҙҙың баш осонда ҡылыс ялтлаған хәтәр мәлдәрҙә лә, хатта буталсыҡ юл сатында ҡалған сағында ла, ил өҫтөнә ҡайғы-хәсрәт ябырылғанда ла гәзит милләтебеҙҙең тоғро юлдашы булды. Эйе, гәзит ил, халыҡ ни кисерһә – шуны кисерҙе, ниндәй һынауҙарға дусар булһа – шуны бергә ашатлап үтте. Шулай ҙа "Башҡортостан" үҙенең асыл-маҡсатына хыянат итмәне: һәр дәүерҙә лә халҡыбыҙҙың йылъяҙмасыһы булды һәм әле лә ошо еңел булмаған бурысты артмаҡлауын дауам итә.

Ваҡытында исемен бер нисә мәртәбә үҙгәрткән гәзит, суверенитет өсөн ҡыҙыу көрәш барған 1990 йылда, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән республикабыҙҙың атамаһы – "Башҡортостан" исеме менән донъя күрә башлай, һәм был — хәҡиҡәттең тантана итеүенә бер миҫал. Сөнки гәзитебеҙ республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошоноң барлыҡ өлкәһен дә яҡтырта, шунда уның мәртәбәһе лә, бүтән ваҡытлы матбуғат сараларынан айырмалы, өҫтөнлөгө лә.
Ҡиблаһы — ил, халыҡ яҙмышыӘлбиттә, бер ҡоролош икенсеһе менән алмашынғанда, аяуһыҙ баҙар ҡанундары хөкөм һөргәндә, уйланылмаған килделе-киттеле сәйәси "сюрприз"дар һағалап торғанда, әҙәм балалары ғына түгел, матбуғат та еңел булмаған осор кисерә. Барыһын да хәл иткән аҡса йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә көндән-көн нығыраҡ үтеп инә: мәғарифҡа ла, мәҙәниәткә лә, ер-һыуыбыҙҙың сит бауырҙар ҡулына күсеүенә лә. Ошондай шарттарҙа телебеҙ, хатта халҡыбыҙҙың артабан йәшәү-йәшәмәүенең ҡыл өҫтөндә тороп ҡалыуы ла ихтимал. Эйе, замандың милләтебеҙгә сираттағы мәртәбә ебәргән аяуһыҙ һынауы был! Мәшһүр Рәми әйткәнсә, "илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ" тигәндәй, бер нисә йылдан тамам ярыҡ ялғаш алдында тороп ҡалмаҫбыҙмы?
Халыҡты халыҡ иткән – тел. Иң хәтәр мәлдәрҙә лә сығыуҙан туҡтамаған гәзитебеҙ телебеҙ, рухыбыҙ һағында тора. Ә үҙ теленән мәхрүм ҡалған йәш быуын киләсәктә башҡорт телендәге гәзит-журналды тотоп ҡарармы ла баҫмаларыбыҙға битараф булған милләттәштәребеҙҙе ғәфү итеү мөмкин булырмы? Шуға күрә беҙгә бер төптән булып, бер ҡорға тупланып ҡына һынауҙарҙы уңышлы үтергә, яҡты киләсәккә юл ярырға мөмкин.
"Башҡортостан" – редакция хеҙмәткәрҙәренең баҫмаһы түгел, ә халыҡ гәзите ул. Шуға күрә төп урында халыҡ мәнфәғәте, халыҡ хәстәре тора. Шуны әйтә алабыҙ: хәҙер беҙҙең журналистар барып етмәгән республикабыҙҙың бер районы һәм ҡалаһы ла ҡалманы. Ә йәнле осрашыуҙар, күҙмә-күҙ ҡарап аралашыуҙар "Башҡортостанды иңләй "Башҡортостан" рубрикаһында даими донъя күреп тора. Хатта милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплау маҡсатында Рәсәйҙең бүтән тарафтарына юлланырға ла форсат табабыҙ. Башҡа матбуғат баҫмаларынан айырмалы, гәзит эсендә "Башҡорт донъяһы" махсус ҡушымтаһын сығарыу ҙа ошоға бер дәлилдер. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта, заман талаптарына ярашлы, гәзиттең йөкмәткеһе лә, биҙәлеше лә үҙгәрә, гәзит халыҡ өсөн файҙалы һәм фәһемле махсус биттәр, рубрикалар менән байытыла. Ә был тәңгәлдә иң яҡын дуҫыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ – гәзит уҡыусылар үҙҙәре! Тап уларҙың һорауы буйынса тормоштоң етешһеҙлектәренән әсе көлгән "Өлгөрбай яҙмалары", шулай уҡ "Борсоулы хат эҙенән", "Баҫылғанға кире ҡайтып" рубрикалары ҡайтанан тергеҙелде. Ә "Шаңдау" рубрикаһы гәзитебеҙҙе фекер алышыу, бәхәс ҡороу майҙанына әүерелдереп ебәрҙе. Борсолдорған, үҙәккә үткән темалар буйынса "Халыҡ тауышы", гәзит уҡыусы ниндәйҙер мәсьәләгә ҡарата үҙ ҡарашын белдергән "Шәхси фекер" рубрикалары ла халыҡта тиҙ арала һөйөү ҡаҙанды, шулай уҡ көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемалар буйынса ҡорҙар, "тура бәйләнеш"тәрҙең даими үткәрелеп тороуы ла етәкселәр менән бәйләнешкә сығырға, уларҙың төплө яуабын ишетергә мөмкинлек бирә. Закондар тәңгәлендә һорауҙар тыуған осраҡта "Юрист кәңәштәре" ярҙамға ашыға.
Бөгөн иң ауыртҡан урынға тейгән эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге (етәксеһе – билдәле эшҡыуар Иршат Аҫылғужин) менән берлектә "Башҡорт эшҡыуарлығы" конкурсын дауам итеү ҙә, "Умартасы дәрестәре" лә халҡыбыҙ вәкилдәрен, айырыуса йәштәребеҙҙе, йүнселлеккә тотонорға этәргес бирер тигән уйҙабыҙ.
Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзите конкурстарҙы күп үткәрә, хатта бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы ла онотмай. Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында кескәйҙәрҙең яратҡан битенә әүерелгән "Тубырсыҡ"тың гәзитебеҙҙең 95 йыллығына арналған һүрәттәр конкурсы менән Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҙғарылған "Минең хыялым" бәйгеһе йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
"Башҡортостан" заман ҡаҙаныштарынан да артта ҡалмаҫҡа тырыша. Гәзитебеҙҙең электрон вариантының барлыҡҡа килеүе – шуға бер миҫал. Хәҙер республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә сайтыбыҙға инеүселәрҙең көндән-көн артыуы һөйөндөрмәйенсә ҡалмай. Гәзитебеҙҙең радиоһы ла эшләй. Башҡорт кешеһенә, айырыуса сит тарафта көн иткән милләттәштәребеҙгә, үҙебеҙҙең йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлап башҡортса мәҡәләләр менән танышыу, әлбиттә, бик танһыҡ.
Эйе, хәл итәһе мәсьәләләр менән бергә уңыштар ҙа етәһе. Былтыр "Башҡортостан" гәзитенең Рәсәй матбуғатының "Алтын фонды"на индерелеүе, тираждың ниндәйҙер дәрәжәлә артыуы – ана шуға бер дәлил. Бында редакция хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Йомғаҡлап шуны ғына еткерәбеҙ: гәзитебеҙгә тоғро ҡалыусыларҙы киләсәктә тағы ла уҡымлы мәҡәләләр, мауыҡтырғыс яңылыҡтар, яңы проекттар көтә. Һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Мөхәрририәт.


Вернуться назад