Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар27.03.2019

Фәһемле фекерҙәр

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем,
Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын.
Таңдай балҡып һинең килер көнөң,
Үргә күтәр хеҙмәт байрағын.
Яҡуп Ҡолмой.
* * *
Сағылдарҙан ҡырҡып алһаң
Таҡыя баш ҡурайҙы,
Ул Уралды ғына түгел,
Донъяларҙы урайҙыр.
Сафуан Әлибай.

* * *
Урал тауы — Ер кендеге тигән һүҙҙәр
Илаһи бер ҡөҙрәт менән тулғандыр ул,
Ошо ерҙе, ошо илде Хоҙай беҙгә
Мәңгелеккә тәғәйенләп ҡуйғандыр ул.
Рәшит Шәкүр.

* * *
Башҡорт далаларына Мәскәүҙән һәм Дондан бихисап халыҡ ҡымыҙ эсеү өсөн йыйылған, сөнки ҡымыҙҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур.
П. С. Паллас.

* * *
Халыҡ үрсеһә, уның аҡыл эйәләре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә, шағирҙары ла, ғалимдары ла, яугир ирҙәре лә тыуыр.
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Был боронғо һүрәттәр Көнбайыш Европа ғына ҡитғала тулы камиллыҡҡа эйә Альтамира* матурлығын бирҙе тигән һауалы теорияны юҡҡа сығарҙы. Ҡайҙан беләһең, бәлки, Шүлгән тирәһендәге ауылдарҙа йәшәүселәрҙә боронғо рәссамдар ҡаны тибәлер.
Алексей Кузнецов.

* * *
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары,
Донъя сәхнәләре сайҡала.
Рауил Бикбаев.

* * *
Ҡурай моңо ағыла. Ошо моң ҡойононда һин ат өҫтөндә ярһып ташланған башҡорт егеттәренең һөрәнен дә, изге ҡошобоҙ торнаның иңрәүле тауышын да, йәшләй генә ҡарт иргә кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙар сеңләүен дә ишетәһең. Йөрәгең ярһый, күңелеңде уйҙар биләп ала...Ҡурай моңо ағыла. Һинең күҙ алдында бейек-бейек Урал ҡаялары, икһеҙ-сикһеҙ башҡорт далалары, көмөш һыулы йылғалар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар пәйҙә була... Ҡурай моңо ағыла. Йөрәгең күкрәгеңә һыймай, үҙең дә һиҙмәҫтән, ҡолас йәйеп, бейергә төшөп китәһең. Юҡ, юҡ, һин түгел, аяҡ аҫтыңда ер үҙе бейей, донъя бейей... Бына ниндәй ҡөҙрәт һыйған бәләкәй генә ошо көпшә үләнгә. Иҫ киткес бит! Әйтерһең, донъяның бар моңо ошо көпшәлә.
Салауат Әбүзәр.

* * *
Йәшә, ҡурай, йәшнә, боронғо моң, заман хәтерҙәрен уятып.
Ирек Кинйәбулатов.

* * *
Башҡортостан һинең ҡуйыныңда
Көн күрәләр күпме халыҡтар.
Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар,
Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар.
Рәйес Түләк.

* * *
Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала. Барыһы ла ғаиләнән башлана һәм барыһын да сәңгелдәктән, тыуған тупһанан, тыуған нигеҙҙән, тыуған йорттан башларға кәрәк. Өйөң тыныс булһа, ауылың тыныс булыр, ауылың тыныс булһа, районың тыныс булыр, районың-ҡалаң тыныс булһа, илең тыныс булыр. Илдәр тыныс булһа, барлыҡ донъя тыныс булыр.
Рауил Бикбаев.

* * *
Ҡайҙа ауырлыҡ бар — башҡорт шунда,
Ҡайҙа башҡорт — шунда ауырлыҡ.
Еңеллектәр әллә түгел микән
Беҙ күтәреп йөрөй алырлыҡ?
Мәүлит Ямалетдин.

* * *
Һәр милләт үҙ илендә азат йәшәргә хаҡлы.
Әнғәм Атнабаев.


––––––––––––––––
*Испаниялағы мәмерйә.


Вернуться назад