Беҙҙең өйҙөң йәме14.06.2012
Беҙҙең өйҙөң йәмеГөлкәй Сәлмән ҡыҙы ҠУЖИНА:
— Мин “Башҡортостан”ды 1959 йылдан алдырып уҡыйым. Бәләкәйҙән уны күреп, ҡулыма алып үҫтем, сөнки ағайым уҡытыусы ине, өйҙә һәр саҡ матбуғат баҫмалары булды.
Гәзитте эшемдә лә файҙаландым. Уны уҡып, уҡытыусы үҙен дә камиллаштыра тип иҫәпләйем, сөнки һәр һанында ла баланың ҡарашын киңәйтергә, шәхес тәрбиәләргә булышлыҡ иткән мәғлүмәт була. Уларҙы дәрес үткәргәндә ҡуллана белергә генә кәрәк. Гәзит-журнал уҡымаған уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе аңлап етмәйем. Үҙем әле лә өйөбөҙҙөң йәме, ҡото булған “Башҡортостан” гәзитенән айырылмайым.


Вернуться назад