Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙ14.06.2012
Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙ“Башҡортостан”ға арҙаҡлы милләттәштәребеҙ, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре Әхмәтзәки Вәлиди менән Сәғит Мерәҫов нигеҙ һалған, атаҡлы ғалим Фәтхелҡадир Сөләймәнов үҙ өлөшөн индергән.

“Башҡортостан” һәр ваҡыт баш мөхәррирҙәре менән көслө булды. Унда төрлө йылдарҙа эшләгән абруйлы шәхестәр — большевиктар сәйәсәтен һәм совет идеяларын тормошҡа ашырыуға ғүмерен арнаған Бәхтегәрәй Шәфиев (1918), республикабыҙҙың ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, халыҡты сәйәси Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙтәрбиәләүгә, аң-белем таратыуға көсөн йәлләмәгән Заһит Шәрҡи (1919 – 1921), матбуғат һүҙенең үтемлелеген көсәйтеү маҡсатында “Башҡортостан” гәзитен башҡорт телендә генә сығарыу бурысын ғәмәлгә ашырыуҙы тиҙләткән Дауыт Юлтый (1921 – 1924), гәзитте көндәлек баҫмаға әүерелдергән Төхфәт Йәнәби (1926 – 1937), баҫманы уҡымлыраҡ итеү өсөн күренекле яҙыусы һәм журналистарҙы Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙредакция эшенә йәлеп итеп, үҙе аҙаҡ “халыҡ дошмандары”н яҡлауҙа ғәйепләнеп, 17 йыл ғүмерен Сталин лагерҙарында үткәргән Ҡасим Аҙнабаев (1937), маһирлығы һәм ойоштороу һәләте менән хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары араһында ихтирам ҡаҙанған Шәйех Ғимаев (1938 – 1940), Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла гәзиттең ябылыуына юл ҡуймаған Ғәли Зөлҡәрнәев (1940 – 1945), бар Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙғүмерен башҡорт журналистикаһы менән бәйләгән, уға ҡырҡ йылдан ашыу арымай-талмай хеҙмәт иткән Ғарифулла Ғөзәйеров (1947 – 1948), гәзиттең һәр һаны көн талаптарына яуап бирерлек материалдар менән байытылһын өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән Ғаффан Ғафаров (1948–1955), редакция хеҙмәткәрҙәре хаҡында даими хәстәрлек күргән оло шәхес, ялҡынлы шағир һәм ғалим Ғилемдар Рамазанов (1955 – 1958), төплө белемле, осло ҡәләмле журналист һәм оҫта мөхәррир Вәли Нафиҡов (1958 – 1966) һәм башҡаларҙың исеме тарих йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙАбдулла Исмәғилев тә (1966 – 1986) егерме йыл буйы “Башҡортостан”ға, уның йөҙөндә республика йәмәғәтселегенә тоғро хеҙмәт итеп, тарихҡа инде. Ул бына тигән кадрҙар тупланы, гәзиттең йөкмәткеһен байытты. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп көс һалды. Гәзит тарихында тиражды 100 мең дананан арттырып ебәреүсе лә ул ине.
“Башҡортостан” гәзитенә 1986 – 1989 йылдарҙа етәкселек иткән Мансур Әйүповтың исеме иһә үҙгәртеп ҡороуҙар осоро менән бәйләнгән. Заманға ярашлы гәзит Мөхәррирҙәр менән көслөбөҙяңылыҡҡа ынтылды, илдә барған хәл-ваҡиғаларҙы халыҡҡа ваҡытында еткерҙе. Тәлғәт Сәғитов (1989 – 1998) мөхәррирлек иткән осорҙа “Башҡортостан” халыҡты туплап, милли үҙаңды уятыуға үҙенең хәл иткес өлөшөн индерҙе, әйҙәүсе көскә әүерелде. “Башҡортостан” исеме ҡайтарылды. Редакция республика баҫмаларынан беренсе булып заманса компьютер технологияһын үҙләштерҙе. Ғәлим Хисамов (1998 – 1999) гәзиттең йөҙөн һәм йөкмәткеһен үҙгәртеүгә байтаҡ өлөш индерҙе. Рәлиф Кинйәбаев (1999 – 2011) мөхәррирлек иткән осор ижади эҙләнеүҙәр, заманға ауаздашлыҡ менән айырылып торҙо. Редакция коллективы яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалды. “Башҡортостан”дарға, республика баҫмалары араһында тәүгеләрҙән булып, 2002 йылда гәзитте төҫлө итеп нәшерләүҙе ышанып тапшырҙылар.
2011 йылдан баҫмабыҙ Нияз Сәлимов етәкселегендә сыға.
“Башҡортостан” гәзите бер быуатҡа яҡын тарихында байтаҡ мөхәррир алмаштыра. Араларында ваҡытлыса, бер нисә ай эшләп киткәндәр ҙә була. Шакир Хәбибуллин, Муса Йосопов, Кәрим Иҙелғужин, Харис Йомағолов, Булат Ишемғолов — шундайҙар иҫәбендә. Әммә был осраҡта уларҙың хеҙмәтен ваҡытҡа нигеҙләнеп кенә баһалау урынһыҙ. Етәкселәрҙең һәр ҡайһыһы баҫманың абруйын күтәреүгә, уны уҡымлы, фәһемле итеүгә бар көсөн һалған.


Вернуться назад