Йәшә, “Башҡортостан”!14.06.2012
Хәсән НАЗАР, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Үҫмер саҡтарымдан бөгөнгәсә
Һәр иртәлә һине көтөп алам.
Һин ҡәҙерле миңә — гүйә, әсәм,
Һин ҡәҙерле миңә — гүйә, балам.
Уҡыусың да булдым, ижадсың да,
Үтеп ингәнһең һин яҙмышыма.
Был шиғри һүҙ генә түгел —
һине
Оҡшатамын ҡояш сығышына.
Дәүләт заңы, милләт аңы, моңо —
Һинең һүҙҙә үҙе бер йәншишмә.
Иҫкәртәһең: күтәрел үҙеңдән,
Үҙеңдән һин, берүк, түбән төшмә.
Рухыбыҙҙа маяҡтар күп,
әммә
Үҫәм иң тәү һин ҡуйған бурыстан.
Ҡәҙерле лә, нәҙерле лә гәзит,
Йәшә шулай, йәшә, “Башҡортостан”!