Әсхәл Әхмәт-Хужа, шағир:— Матбуғатҡа яҙылыу буйынса әбйәлилдәр һәр саҡ алда булды. Мин дә “Башҡортостан”ды үҫмер сағымдан уҡ даими алдырам һәм уҡып барам. Күҙ йүгертеп кенә сыҡмайым, энәһенән-ебенә тиклем уҡыйым. Гәзиттең биҙәлешенә, теленә, йөкмәткеһенә, мәҡәләләрҙең исеменә, рубрикаларына, фотоларға ҡағылышлы фекерҙәремде журналистарға еткерәм.
Өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалыу, ижади эҙләнеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Һуңғы бер нисә ай эсендә республикабыҙҙың төп башҡорт баҫмаһы күҙгә күренеп үҙгәрҙе, үҫте. Биҙәлеше, йөкмәткеһе матурланды, байыны. “Өлгөрбай яҙмалары”, “Хат юлға саҡыра” кеүек рубрикалар тергеҙелде, яңылары барлыҡҡа килде. Логотиптың аҫтында анонстың бирелеүе шәп булды. “Аҡмулла”, “Матур үтһен ялығыҙ” биттәрен халыҡ кинәнеп уҡый. Ҡыҫҡаһы шул: элек тәнҡитләнем, хәҙер һоҡланам!
Әммә камиллыҡтың сиге юҡ. Милли рухыбыҙ төҫө, йөҙө булған “Башҡортостан” гәзитен сығарыусы коллективҡа ла өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмаҫҡа, ижади эҙләнеүҙе, камиллашыуҙы дауам итергә кәңәш бирер инем.
Милләттәштәремә мөрәжәғәт итеп, һәммәбеҙ ҙә “Башҡортостан”ға яҙылайыҡ, тип саҡырам. Гәзиттәр күп, ә “Башҡортостан” — берәү! Хәтеремдә, 1985 — 1987 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында Кавказ, Балтик буйы республикалары әҙиптәре менән бергә уҡырға тура килде. Уларҙың һөйләүе буйынса, милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу маҡсатында, халыҡ һәр ғаилә өсөн үҙ телендәге гәзит-журналға өсәр-дүртәр данаға яҙҙыра икән. Беҙ уларҙан кәмме ни?!