Таянысыбыҙ һеҙ14.06.2012
Ҡулына ҡәләм алып, гәзит-журналға теге йәки был яңылыҡ, хәбәрнамә йәки һүрәтләмә яҙыусыларҙы, ғәҙәттә, башҡалар яҙыу-һыҙыуға оҫта тип иҫәпләүсән. Әммә һүҙгә маһирлыҡта ғынамы икән әүҙемлектең хикмәте? Уларҙы берләштергән төп сифат, моғайын, битараф булмау, ҡәләм көсө менән тормошобоҙҙо йәмләү өсөн ынтылыштыр.

Даими яҙышып тороусыларҙы, ныҡлы бәйләнеш булдырыусыларҙы элек-электән матбуғат дуҫтары, кәңәшселәребеҙ һәм таяныстарыбыҙ тип атайбыҙ. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар ҡулдарынан ҡәләмен төшөрмәгән бер төркөм штаттан тыш хәбәрселәр һәм әүҙем авторҙарыбыҙ Азамат Тажетдинов, Ғариф Ғабдрахманов, Ҡазыйхан Һаҙыев, Нурулла Миһранов, Салауат Мөхәмәтшин, Фәрит Рәмов, Мәргән Мырҙабәков, Солтан Ғәлиев, Ҡамса Мортазин, Вараҡа Ғәләүетдинова, Рамазан Ҡотошов, Венер Сәхәүетдинов, Зәйнулла Айытҡолов, Дауыт Амангилдин, Рәшит Үтәев, Зөһрә Ҡотлогилдина, Лира Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева, Илдар Ғәбитов, Булат Аҡманов, Ирек Аҡманов, Рауил Насибуллин һәм башҡа бик күптәрҙең исемдәрен оло рәхмәт тойғоһо менән телгә алабыҙ.
Шулай уҡ һәр саҡ ил ғәме, милләтебеҙ хәстәре менән йөрөүселәрҙең бер төркөмө менән дә һөйөнөп таныштырабыҙ. Мәҫәлән, редакция коллективы эшкә килгәнсе үк Матбуғат йорто ишеген асып ингән Рафаэль Аҙнағолов, сәйәси темаларҙы ҡыйыу күтәргән Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ризван Хажиев, Зиннур Нурғәлин, беҙ иғтибар биреп еткермәгән проблемаларҙы күреүсе Әсләм Арыҫланов, халҡы яҙмышы өсөн борсолған Ләлә Бейешева, тел һәм киләсәк хәстәре менән янған Мәрйәм Бураҡаева, Гөлкәй Ҡужина, Сәлимйән Ғүмәров, Әнүәр Туҡтамышев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡа күп кенә зыялыларыбыҙға таянабыҙ. Уларға ижади уңыштар теләйбеҙ һәм артабан да беҙҙән айырылмаҫтар, тип ышанабыҙ.
М. ХАРИСОВА.


Вернуться назад