Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды.Был сара йолаға ингән, йыл һайын яҙғы каникул мәлендә уҙғарыла. Быйыл ул Театр йылына бағышлана.
Сара барышында балалар өсөн театрлаштырылған тамашалар, мини-спектаклдәр, әҙәби уйын дәрестәре, китаптарҙың исем туйҙары, төрлө конкурстар, викториналар ойоштороу күҙаллана.
Аҙналыҡта әүҙем ҡатнашҡандарҙы, күп китап уҡығандарҙы дәртләндереү саралары ла ҡаралған.