Ҡоралды ҡәләмгә алмаштырҙылар14.06.2012
Ҡоралды ҡәләмгә алмаштырҙыларАбдрахман Рәхмәтулла улы ЙОСОПОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

— Гәзит — күмәк хеҙмәт емеше. Юбилей уңайынан ҙур абруйлы ике үҙ хәбәрсебеҙ — Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Фәтих Комиссаров менән Мөхтәр Тимербулатов хаҡында бер нисә һүҙ әйтеү кәрәктер, тип иҫәпләйем.
Был фекерҙе, әгәр иҫән булған булһа, элекке баш мөхәрриребеҙ Абдулла Исмәғилев тә хуплар ине. Ул ошо хеҙмәткәрҙәрҙе баҫма эшенә мөкиббән бирелгәне өсөн дә ихтирам итте, хөрмәт күрһәтте. Үҙ сиратында, ҡоралды ҡәләмгә алмаштырған журналистар ҙа бурыслы ҡалмаҫҡа, һәр эште ваҡытында үтәргә тырышты.
Баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ, миңә бер нисә бүлеккә һәм үҙ хәбәрселәргә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелгәйне. Алты-ете үҙ хәбәрсе булды. Фәтих Комиссаров (Күмертау төбәге) менән Мөхтәр Тимербулатов (Стәрлетамаҡ төбәге) һуңғы көндәренә тиклем үҙ бурыстарына тоғро ҡалды. Беркетелгән зоналары республиканың иң эре сәнәғәт предприятиелары һәм ауыл хужалығы тармағы урынлашҡан ҡала һәм райондар ине. Шуға ла ошо ике үҙ хәбәрсегә эш күләме ҙур булды. Һәр йөкләмәне бойороҡ кеүек ҡабул иттеләр. Дөрөҫ, уларға уныһын-быныһын башҡарырға кәрәклеген әйткәндә бер аҙ уңайһыҙлыҡ та кисерә торғайным, сөнки утты-һыуҙы кискән, үлем менән яғалашҡан, донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған яугирҙәр ине бит. Күкрәктәре тулы орден-миҙал булһа ла, сәстәренә сал төшһә лә һис тә танауҙарын сөймәнеләр. Уларға әле булһа рәхмәтлемен. Ф. Комиссаровтың да, М. Тимербулатовтың да ҡала-район, ойошма-хужалыҡ етәкселәре араһында абруйы ҙур ине, икеһе лә хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны. Шунлыҡтан улар ойошторған материалдар йөкмәткеһе яғынан, тослоғо һәм анализға ҡоролоуы менән айырыла торғайны. Мәҡәләләре йыш ҡына баҫырға тура машинкаға бирелде, бүлектәрҙә оҙаҡлап ятманы, шунда уҡ донъя күрҙе.
Ул заманда “Хат юлға саҡыра” рубрикаһындағы материалдар бик уҡымлы булды. Был темаға ошо ике журналистан да күберәк яҙған (һуңыраҡ Фәтих Абдуллин өҫтәлде) үҙ хәбәрселәр булмағандыр.
Хәҙер хәтирәләргә биреләм дә, аптырайым: шул ҡәҙәр гәзит эшенә мөкиббән булырҙар икән! Фәтих ағай ҙа, Мөхтәр ағай ҙа, оло йәштә һәм һаулыҡтары ҡаҡшаған булыуға ҡарамаҫтан, ҡәләмен ҡулынан төшөрмәне.
Улар иҫтәлеге алдында баш эйәм.

Редакцияның 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәре:

И.Ә. Абдуллин
М.Ғ. Абдуллин
Ф.С. Абдуллин
Х.М. Айыуҡасов
А.Х. Баязитов
Ф.И. Бикбов
А.Ғ. Буранғолов
А.М. Виноградов
Б.Н. Гәрәев
Л.Ғ. Ғиләжев
З.Б. Ғәйнуллин
Н.Ғ. Ғәлимов
Р.Ғ. Енгалычева
Ш.Х. Еникеев
И.М. Зөлҡәрнәев
Ғ.Ғ. Ибраһимов
Н.С. Иҙелбаев
Ғ.А. Иҙрисов
Р.З. Ильясова
Д.Ф. Исламов
Ә.С. Ихсанов
З.Н. Ишмаев
Ф.А. Комиссаров
С.Ғ. Кулибаев
Ғ.К. Кәримов
Х.Ә. Ҡадиров
Я.Х. Ҡолмөхәмәтов
Р.Һ. Ҡондоҙбаев
Ғ.З. Ҡотлобаев
Р.Н. Ҡотошов
Х.Ә. Ҡунаҡбаев
Н.Ҡ. Ҡәрипов
М.Х. Мостафин
Ф.Т. Мөхәмәтйәнов
С.Һ. Мусин
Д.Д. Мәһәҙиев
Ш.Ғ. Насиров
Ә.Н. Насиров
В.В. Нафиҡов
Н.Н. Нәжметдинов
Ғ.Й. Рамазанов
И.С. Рауилов
М.И. Саҙиҡова
А.Ғ. Саптаров
М.К. Солтанов
М.М. Тимербулатов
З.Ф. Хисмәтуллин
Р.Ф. Хөсәйенов
Х.Б. Хәйерова
М.А. Хәйҙәров
Г.Ғ. Әмиров
Һ.Ә. Әсәҙуллин
Ғ.Ғ. Әхмәтшин
(Исемлек тулы түгел).


Вернуться назад