Илебеҙҙәге иң ҙур тантаналарҙың береһен – Рәсәй көнөн — халыҡ, һис шикһеҙ, көтөп ала. Ҡояшлы, аяҙ, йәшеллек тантана иткән, тотош тәбиғәт күкрәп сәскә атҡан күркәм осор кемгә генә оҡшамаһын — йәйге эштәргә ныҡлап тотонор алдынан халыҡ ял итә, яҙ башҡарылғанына йомғаҡ яһай. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 12 районында һабантуйҙар, Өфө, Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларында, милли байрамыбыҙға өҫтәп, ҡала көндәрен дә үткәреү үҙенә күрә бер биҙәк булды.
Асыйылға ярындағы киң аҡланға йөҙ ҡыҙартып килмәне ауыл хужалығы эшсәндәре. Ҡырыҫ тәбиғәтле район тиһәләр ҙә, бында яҙғы баҫыу эштәре сифатлы башҡарылды һәм ваҡытында тамамланды: бөтәһе 18 мең гектарҙа иген сәселде. Сәмле ярышта “Ватан” крәҫтиән (фермер) хужалығы, Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Урал” етештереү кооперативы, “Победа”, “Лидер”, “Асыйылға”, “Ҡарантарау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре айырыуса әүҙемлек күрһәтте.
Һабантуй әләме күтәрелеү менән, ҡуйы әрәмәлектәге һандуғастарҙың моңон өҙөп, байрамса биҙәлгән трибуна алдынан ауыл хужалығы техникаһы — ҡеүәтле тракторҙар, бесән сапҡыстар, культиваторҙар, һабандар, сәскестәр, махсус машиналар — үтә башланы.
— Беҙҙең районда иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү өсөн мөмкинлек етерлек, һәм ул киләсәктә яңы этәргес аласаҡ, сөнки балаҡатайҙар — эшһөйәр, тырыш халыҡ, — тине район хакимиәте башлығы Павел Мехоношин. — Тотороҡһоҙ тәбиғәт шарттарында ла башын түбән эймәй, ҡул ҡаушырып ултырмай, хеҙмәт өлгөһө күрһәтә улар. Ҡолас ташлап эшләргә лә, ер һелкетеп бейергә лә, йылға, тау, урман буйҙарын яңғыратып йырларға ла маһир беҙҙең халыҡ. Барлыҡ Рәсәйгә киң таралған “Урыҫ таҡмаҡтары һәм йырҙары” конкурсының нәҡ Балаҡатай ерендә үткәрелеүе — бының асыҡ дәлиле.
Сәхнәгә һәүәҫкәр артистар сыҡты. Уны “Бөрйәндең егеттәре” тигән хореографик ансамбле менән Билән ауыл Советының үҙешмәкәр сәнғәт коллективы башлап ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта аҡлан уртаһындағы киң түңәрәк эсендә батырҙар бил бирмәй көрәште, ялан ситенән саң туҙҙырып аттар сабышты, волейболсылар, шахматсылар, арҡан тартыусылар эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне...
Бына тирмәләр конкурсына ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Абруйлы жюри комиссияһы беренсе урынды — Үтәш ауылы тирмәһенә, икенселекте — ямаштарға, өсөнсө урынды биләндәргә бирергә ҡарар итте.
Асыйылға ярындағы киң аҡланда йыр-бейеү, уйын-көлкө көноҙоно тынманы.
Ризван ХАЖИЕВ,
“Башҡортостан” гәзитенең
штаттан тыш хәбәрсеһе.
Балаҡатай районы.