Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала. Уның сиктәрендә бер юлы өс китаптың исем туйын билдәләнеләр. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, тарихсылар Нил Ишемғолов уҡыусылар хөкөмөнә “Башҡорт республикаһы төҙөлөшө” , Азат Ярмуллин “Башҡорт республикаһы инешендә” исемле китаптарын тәҡдим итһә, яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Шаҡай бураны” романы донъя күрҙе.
Сарала авторҙарҙан тыш, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, өс китапты ла сығарыуға ҙур көс һалған Олия Ғиләжетдинова, Гөлфиә Ҡарабаева, Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназия уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллина, Милли әҙәбиәт музейы ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары ҡатнашты.
Нил Ишемғолов сит ил тарихсыларының Башҡортостан тарихын күпләп өйрәнеүен билдәләп үтте, Зәки Вәлидиҙең Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ғәлим Хисамов бәйән иткән “Шаҡай бураны” романының яҙылыу тарихы ла ҡыҙыҡлы. Яҙыусы 60-сы йылдар аҙағында “Ленин байрағы” гәзите төпләнмәләрендә Зәки Вәлиди хаҡында мәҡәләләргә юлыға. Ғәлим Авзал улын был яҙмаларҙың барыһында ла Зәки Вәлидиҙе әрләүҙәре, яманлауҙары ҡыҙыҡһындыра, был шәхестең кем икәнлеген белергә теләү уны тарихты өйрәнеүгә этәрә. Һөҙөмтәлә, башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле тарихи сәсмә әҫәр тыуа.
– Китап уҡыусыларға барып етһен, тигән маҡсат менән эш итәм. “Башҡортостан республикаһы инешендә” хеҙмәте нигеҙендә “Өс шәхес” проекты төҙөлдө, ул билдәле шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү бурысын ҡуйған, – тине Азат Ярмуллин.