Салт аяҙ көн бүләк итте республика халҡына был байрамдар. Мәскәүҙә Рәсәй көнө уңайынан авиация ярҙамында болотто ҡыуһалар, беҙҙә Хоҙай ҡөҙрәте менән һауа шарттары яҡшы булды. Өфөлә кисә бер юлы өс байрам — Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат Юлаев көндәре — билдәләнде.
Тантаналар таң менән башланды. Йола буйынса Дуҫлыҡ монументына сәскә һалынды. Республиканың юғары етәкселеге килеп еткәнсе үк унда йәнлелек тойолдо. Бер яҡ ситтә хәрби тынлы оркестр ватансылыҡ тойғоһо уятыусы дәртле көйҙәр уйнаны. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалынған монумент янында, ошо дуҫлыҡты һынландырып, башҡорт һәм урыҫ милли кейемендәге егет-ҡыҙҙар өйөрөлдө. Сағыу сәскә гөлләмәһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һалды. Тынлы оркестр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндарын башҡарҙы. Дуҫлыҡ монументы янындағы майҙанға республиканың төрлө кимәлдәге етәкселәре, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары, баш ҡаланың абруйлы граждандары ла килгәйне.
Сәскә һалғандан һуң Өфөнөң төрлө майҙандарында һәм парктарында байрам концерттары, спорт бәйгеләре башланды. Мәҫәлән, Ағиҙел ярында — пляж волейболы буйынса ҡала турниры, Башҡорт дәүләт университетының спорт комплексында өҫтәл теннисы буйынса Башҡортостан Президенты Кубогына ярыш үткәрелде. Ҡала үҙәгендә лә бәйге ҡыҙҙы. Ленин майҙанында батырҙар көрәш келәменә сыҡты, ә уның янындағы М. Ғафури паркында йүгереү буйынса ярыш үтте. Сипайлово менән Черниковка биҫтәләрендә лә тик ятманы халыҡ. “Ҡашҡаҙан” паркында балалар өсөн спорт байрамы ойошторолдо, ә өлкәнерәктәр стритбол (урам баскетболы) буйынса Саҡырыу Кубогында ҡатнашты. “Төҙөүсе” стадионында иһә мини-футбол буйынса ҡала турниры һәм 1995 йылғы үҫмерҙәр араһында футбол буйынса Рәсәй беренселеге үтте.
Быйыл Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тула. Был ваҡиға ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ленин майҙанында “Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй” тип аталған театрлаштырылған ҙур тамаша булды. Ошонда уҡ “Ер шарындағы иң яҡшы ҡала” тип аталған байрам концерты ойошторолдо.
Тамашаларҙың барыһы ла тиерлек гүзәл Өфөбөҙгә арналды. Димдә — “Ҡала — ул беҙ!”, Иван Якутов исемендәге паркта — “Йәшә һәм сәскә ат, баш ҡалам!”, Мотор эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы алдында “Яратам һине, тыуған төйәгем!”, Сергей Аксаков исемендәге баҡсала “Барлыҡ йырҙарым һинең хаҡта, баш ҡалам!” тип аталған байрам саралары үтте. Кисен иһә барса халыҡ ҡала Советы бинаһы ҡаршыһындағы Ленин майҙанына йыйылды. Бында Роберт Юлдашев һәм “Ҡурай” төркөмө сығыш яһаны, Һамар һәм Мәскәү артистарының сығышы ла тамашаға йәм өҫтәне. Йолаға ярашлы, байрам салют менән тамамланды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА