Һин дә флешмобҡа ҡушыл!21.03.2019
Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның баш ҡалаһы Парижда 30-сы БМО Генераль ассамблеяһы сиктәрендә 21 март шиғриәт көнө булараҡ билдәләнә башлай. Төп маҡсаты – шиғриәткә, ғөмүмән алғанда, сәнғәткә романтиканан, лирик фекерләүҙән алыҫ торған кешене мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.

Башҡорт йәштәре лә был матур саранан ситтә ҡалманы, “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәтенә тупланған бер төркөм ижадсылар интернет селтәрендә #шиғриәткөнөайҡанлы хэштегы аҫтында флешмоб ойошторҙо. Уның шарттары ябай: бер генә строфа булһа ла шиғыр һөйләп, видеоға төшөрөп һалырға кәрәк.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эстафетала мотлаҡ үҙең шиғыр яҙыу мөһим түгел. Шиғриәт – ул барыһын да үҙ эсенә һыйҙырған оло бер дәүләт, флешмобта яратҡан шағирыңдың күңелеңә ятҡан шиғырын һөйләү ҙә сәләмләнә.
“Шиғриәт көнө айҡанлы” флешмобына һин дә ҡушыл!



Вернуться назад