Күк менән ерҙең сиге тоташып, унда йәшәүсе әкиәт заттары, әйтерһең, бер-береһенә ҡаршы һуғыш асҡан: толпарҙарының тояҡ аҫтарынан ғәрәсәт ҡупты — ағас ботаҡтарын һындырып, үләндәрҙе йолҡорҙай булып ел-дауыл ҡоторҙо, ҡылыстарынан сәсрәгән осҡон — йәшен телдәре һауаны ярҙы, туп тауыштары — күк күкрәүе киске тынлыҡты боҙҙо, гөрһөлдәп тирә-йүнде тетрәтте, батырҙарҙың маңлайынан бәргән әсе тир — ямғыр булып ергә ҡойҙо. Быларҙың барыһы иртәгәһе көндө Ҡырмыҫҡалы ерендә үтәсәк һабантуй-уйын, көрәш, таһыллыҡ байрамы менән бергә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына тәбиғәттең дә әҙерләнеүе һымаҡ ине. Аңлай, күрә белгән кешегә хәтәр алыштың өҙөк-өҙөк күренештәрен һүрәтләй төҫлө: илебеҙгә дауыл булып ябырылған француз яуына Ҡотдос ғәскәре ҡылыс болғап ҡаршы сыҡҡан, батырҙарҙың әсе тире шифалы ямғыр булып сарсаған ергә яуған тиерһең.
Кисә ямғыр яуып үтте, был бик яҡшы, тимәк, уңыш буласаҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ерендә республика кимәлендәге
һабантуй үтә. Был байрамға оло мәғәнә һалынған. Яҙғы эштәрҙе ваҡытында, һәйбәт тамамланыҡ. Артабан да беҙҙе бик күп хәстәрҙәр көтә, алға барырға кәрәк. Быларҙың бөтәһен дә бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп ҡына атҡарып сығып буласаҡ. Барыһы ла яҡшы булыуын теләйем...
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев ҡотлау һүҙендә былай тине:
— Һабантуй — халыҡтар дуҫлығының символы. Башҡортостандан тыш, бөгөн ул Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында үткәрелә, ил сиген аша атлап, Төркиәгә барып етте. Һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары һеҙҙең ышанысты аҡлар, иң мөһиме — социаль проблемаларҙы хәл итеүсе ҡарарҙар, закондар ҡабул итер...
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов майҙанға йыйылыусыларҙы берлектә үткәрелгән ике байрам менән ҡотланы, райондың бөгөнгө хәле менән таныштырҙы, башҡарыласаҡ эштәр тураһында бәйән итте.
Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған төп сара Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, Ҡырмыҫҡалы муниципаль районы
хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Шуға ла “дилбегә” улар ҡулында булып, сәхнәләштереүҙә драма театрҙары артистары, Архангел, Өфө, Иглин, Дәүләкән, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Әлшәй райондарының фольклор, бейеү, вокаль, музыка ҡоралдары коллективтары ҡатнашты. 1812 йылғы һуғыш ваҡиғаларын реконструкциялау өсөн Мәскәү өлкәһе, Һамар, Ҡазан, Өфө ҡалаларының хәрби-патриотик клубтарынан килгәйнеләр.
“Алға — Рәсәйгә! Яндырып, ҡырырға, көлгә әйләндерергә!” — Наполеондың фарманы яңғырай. Йыйылыусылар “геү” итеп ҡалды. Бынан ике быуат элек ишетелгән
ҡурҡыныс янау һәр кемде тетрәндерҙе, ҡанда урғылған атай-олатайҙарҙан күскән күҙәнәктәрҙе уятҡандай булды. Алып барыусы: “Француздарҙың ярты миллионлыҡ армияһы, Европа илдәрендә көс туплап, Рәсәй еренә вәхшиҙәрсә аяҡ баҫты. Уға ҡаршы Наполеон ғәскәренең өстән бер өлөшөн генә тәшкил иткән Александр батшаның армияһы сыҡты. Дошман ил эсенә үткән һайын дворяндарҙан алып крепостной крәҫтиәндәргә тиклем берләшеп, партизан отрядтары ойошторҙо, тылда емергес алыш алып барҙы”, — тип, тарих биттәрен аса барҙы. Саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан урыҫ, украин ауылдарын һынландырған өйҙәрҙе ут ялманы — Наполеондың “бөйөк армияһы” беҙҙең ергә аяҡ баҫты: штыктар ялтыраны,
барабан тауыштары яңғыраны, урыҫ егерь полктарына (еңел пехота) яҡынлашҡас, мылтыҡтар “телгә килде”, пушкалар гөрһөлдәне. Оборона тотҡан батша ғәскәре һөжүмгә күсеп ҡарай, ләкин көстәр тигеҙ түгел...
Башҡортостанға батша фарманы килеп етә. Унда башҡорттарға икешәр ат эйәрләп, уҡ-һаҙаҡ, һөңгө менән ҡоралланып, айырым полктар ойошторорға ҡушыла. Халыҡ 28 полк төҙөй. Быларҙың барыһы ла оҫта итеп сәхнәләштерелеп, ул заманда кейем, ҡорал нисек булған, шулай тасуирлап күрһәтелде.
Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,
Килеп баҫҡан яу, тиҙәр,
Француз булһын, кем булһын, —
Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр...
Аҡ батшаға биргән антҡа тоғро ҡалып, башҡорттарҙы атҡа атланырға өндәп Байыҡ сәсән сыға. Тетрәндергес минуттар — оҙатыу, оҙатылыуҙар: “Мин еңеп ҡайтырмын”, “Һинең яҙмышың түҙеү, көтөү”, “Улым, иҫән-һау йөрө”, “Мин көтөрмөн”...
Алыш. Бородино яланымы был, башҡа урынмы — мөһим түгел. Иң мөһиме — дәүерҙе сағылдырыу, ошо заман күренештәрен бөгөнгө быуынға еткереү.
Теҙелешеп Наполеон ғәскәре килә. Ҡаршыға — Кутузов армияһын һынландырыусылар. Атыш. Үлтереш. Ҡырылыш. Яралылар. Ике яҡтан да гөрһөлдәп пушканан аталар, аттар кешнәй. Ҡул һуғышы. Шул ваҡыт ике яҡлап дошманды һай-һайлап башҡорттар, казак һыбайлылары уратып ала. Француздарҙың атлы ғәскәре еңелә. Башҡорттарҙың һуғыш тактикаһы — ҡапыл килеп сығып, оран һалып, дошмандың ҡотон алыу, ҡырып һалып, тиҙ генә юғалыу.
Лейпциг эргәһендәге һуғышта ҡатнашҡан француз генералы де Марбо үҙенең мемуарҙарында ошондай уҡ алыш тураһында былай яҙған: “... беҙҙең ғәскәр өҫтөнә иҫәпһеҙ һанда ташландылар. Ләкин, ҡорал һәм мушкеттар залптары менән ҡаршы алыу һөҙөмтәһендә, алыш урынында һиҙелерлек үлеүселәр ҡалдырҙылар. Был юғалтыуҙар, уларҙың һөжүмен һыуытыу урынына, ҡыҙҙырып ҡына ебәрҙе. Беҙҙең ғәскәр тирәләй һағыҙаҡ күсе шикелле төрлө яҡлап ябырылдылар. Уларҙы туҡтатыу бик ҡыйын ине...”
“Любезники, любизар...” тип аталған сараны ойоштороусылар барыһын да күҙаллаған: Байыҡ сәсәндең яугирҙәрҙе оҙатыуын, ҡаршы алыуын, Ҡаһым түрә, Абдрахман батырҙарҙың (Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған), Йәнтүрәнең ҡатындары менән бергә яу сабыуын, Ватан һуғышы батырҙарының шәжәрәләрен төҙөүҙе, ошо замандағы йырҙарҙы, уға арнап һалынған бейеүҙәрҙе башҡарыуҙы...
Был тиклем дә халыҡты, энә төртһәң дә урын тапмаҫлыҡ әллә нисәмә мең машинаны, тирмәләрҙән торған “ҡаласыҡ”ты әлегә тиклем Тауһеңер ауылының эргә-тирә яландары, һабантуй үтәсәк майҙандың күргәне булмағандыр. Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған республика кимәлендәге сара тамамланғас, һабантуй башланды. Аҡлан кискә саҡлы гөрләп торҙо.
Һуғыш-алыштарҙа төп еңеү ҡоралы — халыҡтың рухи көсө. Ошо рух Рәсәй тип аталған илде ысын мәғәнәһендә бөйөк иткән, нигеҙе итеп халыҡтар дуҫлығы һалынғас, алдағыһы ла ышаныслы. Әммә киләсәктә аттарҙы һуғыш өсөн түгел, бәйге өсөн генә эйәрләһәк ине.
Рәлис Ураҙғолов
Ҡырмыҫҡалы районы.