Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"20.03.2019
Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"
Ҡоролтайға әҙерләнәм

Башҡорттарым
Йәнә ҡор йыясаҡ,
Бишенсегә үтер Ҡоролтай.
Кәңәш-төңәш итер мәл һуҡҡанда,
Ятмаҡ кәрәк нисек ҡор йыймай?!
Урталарға
Һалып һөйләшерҙәй
Борсолоуҙар аҙмы йыйылды?!
Атай-олатайҙар тап шул ваҡыт
Саҡырыр булған Оло йыйынды.
Ат етерҙәйенә – аттар саба,
Хат етмәгә –
Оса мәктүбтәр.
Үҙ яҙмышын шулай хәл итмештер
Бахыр түгел, батыр милләттәр!
Ҡап уртаға һалып,
Хәл итербеҙ
Ҡырҡыу мәлдә телем тәҡдирен.
Уйға һалмаймы ни, милләттәшем,
Яҙмышҡайы илдең, тау-ерҙең?!
Эшһеҙ йөрөгән уҫлап ирҙәренең,
Кеше ҡулы теймәҫ ерҙәренең,
Башҡорт тулы һалҡын Себерҙәрҙең,
Ят ҡосаҡҡа сумған сибәрҙәрҙең,
Сит лөғәттә тыуған сабыйҙарҙың
Һаман арта, арта барыуҙары
Йәнгә тейә, бөттө сабырҙарым!..
Аҡылы етер олуғ башҡортомдоң, –
Иң-иңдәрҙе юллар Өфөмә.
“Халҡым!” – тиеп янған
Милләтемдең
Оят килтермәҫ ул йөҙөнә!
Был сәғәттән
Һәр кемгә лә зарур
Эске ҡоролтайҙар үткәреү:
– Ни эшләнең халҡың үҫһен өсөн?
– Ниҙәр ҡылдың, түгеп хәләл көсөң?

Йөрәк һүҙе

Ярһығанда быуат
Мең башында,
Тынмағанда туптар гөрһөлдәү,
Бер башҡортом барса донъяларға
Яңғырата шиғыр – йыр-өндәү!
Ваҡлыҡтарҙы
Башҡорт таныймы ни, –
Һынмаҫ рухы уның шиғырҙа.
Йәшәүгә көс, киләсәккә өмөт,
Иманы ла уның шат йырҙа.

“Йөрәк һүҙе” – ҡайнар ҡояш уға,
Тулған айы төнгө күктәге.
Меңәр йылдар буйы йөрәгендә
Ут һүндермәй башҡорт, күптәнге!

“Йөрәк һүҙе”, Бабич, Рәми һымаҡ,
Дәртләндерһен ғәзиз халҡымды!
Ауырыу заманымдың һыҙланыуы
Һүндерә алмаҫ шиғри ялҡынды.
“Йөрәк һүҙе”н ихлас тыңланым да
Йөрәгемә алдым көс-ҡеүәт.
Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла,
Уралымда йәшәр шиғриәт!

Илһам ҡошо

Һауаларға уҡтар сойорғотоп*,
Аулаған һуң кемдәр Илһам ҡошто?!
Аҙмы үҙем
Ымһынғаным булды, –
Тотто ниһәм, ҡуш усымдан осто!

Илһам ҡошо
Әкиәттәй серле,
Аһәңлеге аҡыл етмәҫ моңдоң.
Илһам ҡошо ҡунған мәлдә тыуған
Оҙон көйҙәрелер башҡортомдоң!

Илһам ҡошо, әгәр ҡунһын, тиһәң,
Ҡара тирең аҡһын йәнеңдән.
Һандуғастан былай телең һайрар,
Аҫыл ҡошоң ҡунған мәлеңдә.

Әтмәләп тә оя, көтмәйҙәр ул
Серле ҡошто, йәнгә ҡуныр ҡотто,
Һауаларға уҡтар сойорғотоп,
Аулаған һуң кемдәр Илһам ҡошто?!

Бармаҡ менән һанар дуҫтар ҡалды,
Яҙам мәллә үҙем өйөрҙән?!
Шаулы табындарға
Табынмайым,
Усаҡ һүндерәмен эңерҙән.

Иң-иңдәрҙе атап тораһы юҡ,
Улар яҡын яҡын туғандан.
Күҙ күргәндәр, иңде терәгәндәр,
Торатауҙай миңә торғандай!
Һүҙҙәрҙе лә елгә һөйләмәйҙәр, –
Бар нәмәлә сама ҡәҙерле.
Килер шатлыҡ, күрер ҡайғыла ла
Шул дуҫтарым һәр саҡ әҙерле.

Тай-тулаҡта байрам һәр аулаҡта,
Шарап тотһаң – ҡосаҡ йәйелә.
“Дуҫ!” – тиҙәр ҙә, әрһеҙ табындан һуң,
Буш ҡыуыҡтар инә йәнеңә.

Ундайҙарҙан азат була барам,
Юҡ хәбәргә йөрәк иремәҫ.
...Төн уртаһы. Ишек ҡаға берәү, –
Иң-иңдәрем тиккә йөрөмәҫ.

Хәтер һүтәм

Ҡайҙа йылдар:
Ярһыу саптарҙарҙың
Саҡ йәбешеп ҡуйы ялына,
Тиҫтә саҡрымдарҙы,
Бер ни күрмәй,
Осҡан саҡтар һинең яныңа?!
Ҡайҙа йылдар:
Айҙың ҡыйырсығы
Түбәбеҙгә терәлеп торғаны,
Ул серле төн
Икебеҙгә япты
Йондоҙ ҡушып һыр(ы)ған юрғанын...
Ҡайҙа йылдар:
Етәкләшеп икәү
Артылғаны бәхет тауына,
Мөхәббәттән уңдыҡ.
Иң ҙур бәхет
Йылмайғаны улдар туйында!
Ҡайҙа йылдар,
Ҡайҙа ярһыу саптар?
Сат йәбешер инем ялына!
...Имен төндәр теләп
Хәтер һүтәм,
Осалмайса һинең яныңа...

Элегия

Ҡыштың тәүге һалҡын тыны
Көмөшләне бар донъяны,
Һөйөндөрә паклыҡ, сафлыҡ,
Шундай иркен тын алыуы!
Баш ҡаламдың йүкәләре
Селтәр шәлгә, күр, бөркәнгән,
Һалҡын таңда ҡыш-ижадсы
Һәләтенә, әй, кинәнгән.
Йым-йым итә көмөш ынйы
Сағыу ҡояш нурҙарында.
Донъя шулай сихриләнә
Ҡыштың сасҡау айҙарында.
Ынйыларға ҡулым тейһә,
Аҡ йондоҙҙар ергә яуа.
Шуға, ахыры, көмөштәй саф,
Ап-аҡ ҡар һәм һалҡын һауа!

Йәш ҡурайсы

Ейәнем Азаматҡа.

Ҡурай буйы ғына улым
Тартыла ҡурайыма.
Яҙған булһа, йәш ҡурайсы
Тыуасаҡ Уралыма!

Ә әлегә тотоп ҡарай,
Өрһә лә тауыш сыҡмай.
Шулай ҙа, күр, серле моңға
Ейәнем бик танһыҡлай.

Биткәйендә нурҙар уйнай,
Бейеп китергә тора.
Мөғжизәле моңо менән
Арбайҙыр уны ҡурай!

Танһыҡтарың һис ҡанмаһын,
Тартыл ҡурайға, улым!
Рух менән тулышһа йәнең,
Гел яҡты булыр юлың.


Вернуться назад