Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында төбәк-ара конкурс булды.Ул Дыуан районының Мәсәғүт лицей-интернатында уҙҙы. "Әйлеләрҙең оранынан яралдым" тигән һүҙҙәр эленгәйне түргә.
Сараның төп үҙенсәлектәренең береһе шунда: унда тик малайҙар ҡатнаша. Конкурсанттарҙың йылдан-йыл арта барыуы айырыуса һөйөнөслө.
Әлеге ярышта Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат райондарынан 40-ҡа яҡын уҡыусы ҡатнашып, яҡшы сығыш яһаны, йылы һүҙҙәр, иҫтәлекле бүләктәр алып, Тимер Йосоповтың рухын шатландырып, яңы үрҙәргә дәртләнеп ҡайтты.