Ысын ир-егеттән дан ҡала13.03.2019
Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына ҡарап, әҫәрҙәре, элегерәк яҙылған мәҡәләләре аша иҫкә алабыҙ. Биографик белешмәгә күҙ һалһаҡ, бына унда нимәләр яҙылған: Төхвәт Йәнәби (Төхвәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 14 февралендә Миәкә районының Йәнәби ауылында донъяға килгән. Ул тыуған ауылының исемен псевдоним итеп ала. Башланғыс кластарҙа ауылында уҡый, аҙаҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһенә күсә. Йәйге оҙон ялдарҙа Ҡаҙағстанда балалар уҡыта. Зәйнулла ишан, Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Ғафури үҙ заманында ҡаҙаҡ балаларына белем бирһә, “Башҡортостан” гәзитенең буласаҡ баш мөхәррире лә төбәктә мөғәллимлек эше менән шөғөлләнгән.

1917 йылда әрме сафына саҡырыла, аҙаҡ Ҡыпсаҡ-Ете ырыу (хәҙерге Көйөргәҙе районы) хәрби комиссариатында эшләй. Артабан Мәскәү ҡалаһында Свердлов исемендәге университетта белем ала. Үҫәргән кантонына партия эшенә ҡайта. 1921 йылда Башпрофсовет президиумы ағзаһы, Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1922 – 1924 йылдарҙа Арғаяш кантонында яуап­лы эштәр атҡара.
Әйткәндәй, “Юлдаш” радиоһында барған “Аҡлы-ҡаралы юлдар” тапшырыуында йыш телгә алынған Төхвәт Кәлимуллин ул шул уҡ Төхвәт Йәнәби. Үҙ заманында мәшһүр әҙип Ғәзим Шафиҡов Төхвәт Йәнәби шәхесенең аяныслы мәлдәрен өйрәнеп, уның өҫтөнән бер түгел, ә өс кеше шикәйәт яҙыуын архив материалдарына нигеҙләнеп иҫбатлай. Был хаҡта “Советская Башкирия” гәзитенең 1989 йылдың 29 август һанында сыҡҡан “Противостояние”. “Дело” Тухвата Янаби” тигән мәҡәләлә асыҡтан-асыҡ ваҡиғалар барышын һүрәтләп бирә. Бик ҡатмарлы мәлдәр булған, кешеләрҙең эске һыҙланыуҙары, икеләнеүҙәре, хатта бер-береһенән шикләнеүҙәре лә аңлашыла.

1912 йылда Миәкә районында тыуған Бәҙриямал Мөхәмәҙиәрова Төхвәт Йәнәбиҙе ҡулға алған көндә, уларҙа йәшәү сәбәпле, бар ваҡиғаларҙың шаһиты була. Миәкә районының “Октябрь” (1994 йыл, 11-се һан) гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә Бәҙриямал инәй бына нимәләр һөйләй: “Хәҙисә апай (әҙиптең ҡатыны) менән тағы өс тапҡыр төрмәгә барҙыҡ. Әммә уны башҡа күрмәнек. Төрмәлә алып барған әйберҙәрҙе алдылар. Моғайын, уларҙы Төхвәт ағайға ла бирмәгәндәрҙер. Күпмелер ваҡыт үткәс, төрмәнән уларҙың таныштарын сығарғандар. Ул Хәҙисә апайға Төхвәт ағайҙы бик ныҡ туҡмауҙарын, хатта уның тештәре ҡалмауы, тырнаҡтарын һыуырыуҙары тураһында һөйләгән. Шулай итеп, беҙ һәйбәт кешене – Төхвәт ағайҙы юғалттыҡ...”

1924 йылдан Йәнәбиҙе яҙмышы “Баш­ҡортостан” гәзите менән бәйләй. Башта яуаплы сәркәтип, аҙаҡ етәксе вазифаһын башҡара. Хәйер, ғүме­ренең ахырынаса ул башҡорт матбуғатында, Башҡортостан Яҙыусылар союзында көс түгә. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла интернет селтәрендә бар, китаптарға теүәл ингән тип әйтмәҫ инем, сөнки Төхвәт Йәнә­биҙең бер туған һеңлеһе Ғилми­нисаның ейәнсәре (Мөршиҙәнең ҡыҙы) Мөгөлсөм Лоҡманова менән әңгәмә­ләшкәндә байтаҡ яңылыҡтар астым.

Һөйләшеүҙең ярты сәғәтлек өлөшөн, видеотрансляция алып барып, “Бәйләнештә” социаль селтәренә лә ҡуйҙыҡ.

“Башҡортостан” гәзитен етәкләгән шәхес

– Мөгөлсөм апай, һеҙ, Миәкә райо­нына ҡайтып, күренекле бабайы­ғыҙҙың юбилей сараларында ҡатнашып килдем, тинегеҙ?
– Эйе, февралдә тыуған яҡтарға ҡай­тып, китапханала күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, журналист Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған байрамда булдыҡ. Ауыл халҡы бик матур итеп концерт әҙерләгән, йәш­тәрҙе, балаларҙы күренекле бабайымдың ижады менән таныштырҙылар. Әсәйемдең бер туған ҡустыһының ҡыҙы Гөлсирә мандолинала уйнап, бабайыбыҙ тураһында телмәр тотто. Төхвәт Йәнәби бит мандолинала ла, скрипкала ла уйнаған. Бер ғәйепһеҙ золом ҡорбаны булып, һәләк иткәндәр уны. Сарала М. Аҡ­мулла музейы директоры, яҙыусы Фәнис Янышев та ҡатнашты. Ғөмүмән, халыҡ күп йыйылды.

Әйткәндәй, 115 йыллығын М. Ға­фури исемендәге музейҙа үт­кәргәйнек. Шуныһы­на ҡыуанам: халыҡ онотмай, иҫкә алып, уның эштәре, яҙғандары тураһында һәр яңы быуынға еткерәләр. Йәнәби ауылындағы халыҡ күтәреп ала инде был сараларҙы.

Төхвәт бабайым заманының алдынғы ҡарашлы, яҡты уйлы, изге ниәтле кешеһе булған. Һеҙ уны гәзитегеҙҙең элекке баш мөхәррире булараҡ беләһегеҙ. Баҫманы саф башҡортса сығарыу эшен көйләп ебәргән шәхес, тип яҙалар уның хаҡында хәтирәләрҙә. Уны күреп белгән, аралашҡан башҡа яҙыу­сыларҙың тәрән үкенес, йөрәк әрнеүе менән: “Халыҡҡа хеҙмәт итә торған, әле бик күп эштәр атҡараһы шәп кеше ине...” – тигән әрнеүле фекерҙәрен уҡыуы элегерәк беҙгә, туғандарына, бик ауыр була торғайны. Әммә йылдар үтә, замана, быуындар алышына, шулай ҙа Төхвәт Йәнәбиҙең исеме халыҡ теленән төшмәй.

Уйлап ҡараһаң, ул бит байтаҡ эштәр башҡарған. Ун ете генә ижад йылы эсендә ун алты китап сығарып өлгөргән. Етмәһә, үҙенең бер шиғырында әйткәнсә, барыһы ла бит эш араһында. Гәзит сығарғанда нисек итеп шиғыр, хикәйә яҙа алды икән, тим. Төндәрен яҙа торғайны, тип хәтерләгәне иҫтә бер туған һеңлеһенең ҡыҙы, билдәле балерина Ғәлиә Хафизова-Ҡолбарисованың.

Китаптарының исемен уҡып ҡына бер мәл аптырап ултырғайным: “Партия һәм ауыл ярлылары”, “Батрактар өсөн тәүге һабаҡтар”, “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты, 1919 – 1929 йылдар” тигәндәре, минеңсә, уның заманса фекерләгән, ошо дәүер һулышын журналистика, уны өйрәнеү аша халыҡҡа еткерергә тырышҡан шәхестең хеҙмәте хаҡында һөйләй. Бабайым шиғырҙар яҙыу менән бергә юмор оҫтаһы булараҡ та таныла. Ул кешеләрҙән әсе көлөп, мыҫҡыллы шиғырҙар, мәҡәләләр яҙмай, киреһенсә, ул ваҡыттағы әҙәбиәт торошона ла бәйле булдымы икән инде, халыҡсан юморы менән алдыра. Бына ауылдарҙа кеше араһында нисек итеп бер-береһенән шаярталар, ул да шул рәүешле итеп яҙа юморескаларын. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә лә, уның яҙған әҫәрҙәрендә лә кеше булып ҡала алыуын йыш телгә алалар.

Ул бит “Октябрь” журналын да күтәрешеп ебәреүҙә ҡатнаша. Төхвәт бабайым ойоштороусы ла булған. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. Әгәр бары ижад менән генә шөғөлләнһә, әллә ниҙәр яҙып ҡалдырыр ине. Ана шул халыҡ өсөн эшләгәндә, ул бөтә сараларҙы ла ҡулланырға, мөмкин тиклем яңы, заман фекерен халыҡҡа еткерергә тырышҡан. Был бит үҙе бер батырлыҡ. Арғаяш кантонына барып эшләп йөрөүҙәрен дә иҫәпкә алғанда, Ватаны ҡайҙа ташлаһа, ул шунда иленең хеҙмәтсеһе булған. Был хаҡта уны белгән кешеләр ауыҙынан күп ишетергә насип булды миңә. Яҡуп Ҡолмой, Назар Нәжми кеүек күренекле яҙыусылар: “Төхвәт ағай беҙҙе эшкә алды, бик кеселекле кеше ине!” – тип уның юбилей сараларында ҙур сәхнәләрҙән сығыш яһаны. Улар уға бик рәхмәтле ине.

Ул музыкант та булған

– Һеҙ өлкән быуын туғанда­рығыҙҙан Төхвәт Йәнәби ту­раһында ниҙәр ишеткәнегеҙ бар ине?
– Төхвәт, Искәндәр бабайымдар, Ғилминиса ҡәртнәйем, Шәмсеҡәмәр, Хәтирә әбейемдәр – бер туғандар. Һәр береһе күренекле туғандары тураһында яратып һөйләй торғайны. Ҡәртнәйем гелән хәтерләр булды. Төхвәт бабайым Йәнәбигә ҡайтһа, Сафарға ла йыш барған. Бер мәл шулай уның килгән сағында сәхнәлә спектакль бара икән. Уның ҡайтыуын ишетеп, бар халыҡ урамға сыҡҡан, хатта артистар ҙа уйнауын туҡтатып, уның менән күрешергә ашыҡҡан. Сафар ауылы Дим буйында ғына урынлашҡан. Ул бында килгәнендә лә скрипкаһын ҡалдырмаған, һәр саҡ йылға буйына ултырып, моңло көйҙәр сығарған. Берсә һағышлы, берсә күңелсәк тә кеше ине, тип хәтерләйҙәр ине уны. Һеңлеһе Хәтирә әбейем дә йыш телгә алыр ине. Улар поезд менән Аксенға тиклем килеп, аҙаҡ ат менән ауылға ҡайтып йөрөгәндәр. Бик йыш ҡайта ине, тип һөйләйҙәр, ул тыуған яғы, ауылдаштары менән бәйләнешен өҙмәгән. Бигерәк тә ошо ике ауыл кешеләре ауыҙынан Төхвәт бабайым хаҡында яҡшы, яҡты хәтирәләр ишетеп үҫтек беҙ. 1993 йылда Хәтирә әбейем дә вафат булып ҡуйҙы. Уның ҡыҙы Дамира, Аллаға шөкөр, иҫән-һау.
Искәндәр бабайымды ла күреп ҡалдым әле мин. Ул һоҡланғыс музыкант ҡына түгел, үҙе скрипкалар ҙа эшләгән кеше. Хәтирә әбейемдең ҡулынан ғүмере буйы мандолина төшмәне. Талантлы ғаилә булған улар. Әйткәндәй, Төхвәт, Искәндәр бабайымдарҙың бесән сапҡанда төшкән фотолары ла бар ине. Бик күркәм, тәбиғәт ҡосағында төшкән фото ине ул, тик ана шул юбилей саралары уңайынан алып китәләр ҙә юғалалар. Хәҙер шуныһы рәхәт, копияһын алып ҡалып була. Элегерәк фотолар өйҙән сығып китһә, артынан юллап ала алмаған саҡтар ҙа булды. Шул гәзит редакцияларында ятып ҡалдылармы икән инде?

Ғилминиса ҡәртнәйемдең улы Зайбар­ҙың улы Заһир Абайҙуллин – композитор. Ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге мәктәптә уҡыны, Өфө сәнғәт училищеһын тамамланы.

Әсәләре лә, Шәмсениса ҡәртнәйем дә бит ниндәй ҡеүәтле кеше булған – Йәнәби ауылында Совет власының тәүге йылдарында ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡарған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә Мәскәүгә Башҡортостан исеменән VI съезға делегат булып та һайланған һәм ҡатнашҡан кеше әле ул. Әйткәндәй, мин уны хәтерләйем, бергә мунса ингәндәрҙе лә беләм әле.

Атайҙы алмаштырыр кеше

– Төхвәт Йәнәбиҙең үҙенең балаһы булмаған тип яҙалар?..
– Эйе, уның үҙенең балаһы булмаған, улар Йәркәй исемле малайҙы ҡарарға алған. Төхвәт Йәнәбиҙең бер туған апаһының ҡыҙы Ғәлиә апайым уларҙа үҫкән. Үҙ балалары кеүек ҡарағандар инде уны. Был йылдарҙа бабайымды Мәскәүгә эшкә күсерәләр, һәм ул балалар ҙа баш ҡалала белем ала. Ғәлиә апайым иҫе китеп һөйләр ине. Йәркәйгә күңелһеҙ булмаһын тип алып китә бит инде улар ауыл ҡыҙын да Рәсәйҙең баш ҡалаһына. Был ваҡытта уға ни бары ете генә йәш булған. Ул Мәскәү түгел, Ҡырғыҙ-Миәкәне лә, Өфөнө лә күрмәгән бала була. Улар баш ҡалала Ҙур Черкасск урамында, Кремлгә яҡын ғына йәшәйҙәр. Тәүге тапҡыр ул шунда күҙҙәрен бер асып бер йомған ҡурсаҡты күреп ҡала. Бабайым ҡыҙ баланың һоҡланыуы ла, ғәжәпләнеүе лә йөҙөнә сыҡ­ҡанын яҡшы аңлаған, күрәһең, шунда уҡ уға ҡурсаҡты һатып алып бирә. Ауылда ла бит уны, бик йомарт, мул ҡуллы, бер ҡасан буш ҡул менән ҡайтып кермәҫ кеше ине, тип хәтерләйҙәр.
Ысын ир-егеттән дан ҡала

Башҡорт зыялылары һәр заман үҙ-ара аралашып йәшәгән. Апайым ул йылдарҙа бабайым янына килгән халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙы ла, Һәҙиә Дәүләтшинаның ире Ғөбәй Дәүләтшинды ла, артист Хажи Бохарскийҙы ла күргән. Мәскәүҙә йәшәгән ике йыл эсендә бабайымдарҙан башҡорт зыялылары һис өҙөлмәүен, тәрән фекерле әңгәмәләр ҡороуҙарын, киләсәкте күҙаллап һөйлә­шеүҙәрен хәтерләй ине ул. Ә инде Өфөгә ҡайтҡас, уларҙың йәшәгән өс бүлмәле фатиры зыялыларҙың йыйылыр урынына әйләнеп китә. Бабайым ҡурайҙа уйнап, йырлаған кеше­ләрҙең моңон тыңларға яратҡан. Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Булат Имашев, Бәҙәр Йосопова йыш килгән. Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән бергә төшкән фотоһы ла бар ине. Бына әллә кем алды, хәҙер хәтерләмәйем дә!

Ғәлиә апайымдың – Ғәлиә Хафизова-Ҡолбарисованың – та­нылған балерина булып китеүендә лә Төхвәт бабайымдың роле бик ҙур. Уның фатихаһы менән Ленинград хореография училищеһына ингән. Бабайым уға йыш ҡына хат яҙып торған, аҡса ебәргән. 1938 йылғы хәбәрҙе ишеткәс, Ғәлиә апайым, ғәҙел булмаған ҡарар сығарыусыларға ләғнәт уҡыным, ул бит миңә генә түгел, тотош халҡына атай булырҙай кеше ине, тип илағанын беләм. Әлбиттә, бабайымдың ғәйебе юҡлығын барыһы ла аңлаған, әммә нимә эшләй алһындар инде?! Туғандарын, Өфөләге аралашҡан кешеләрен хатта эҙәрлекләп йөрөткәндәр. Йылдары шулай булған. Быларҙы әле беҙ тарихи факт итеп һөйләйбеҙ, ә бит был ҡарарҙар артында кеше яҙмыштары тора. Уны 1937 йылдың 6 ноябрендә ҡулға алалар.

– 1938 йылдың 10 июлендәге ҡанлы көндә атыла, тимәк, ошоға тиклем ул төрмәлә була?
– Эйе, тап шулай. Ғәлиә апайым тап ошо мәлдә Ленинградтан ҡайтып төшкән була ла инде, ә бабайым юҡ. Әйтәм бит, уның әрнеп һөйләгәндәрен һүҙ менән генә һөйләп килештереп булмай. Әсәһе, ҙур ҡәртнәйем янына төрмәгә барып йөрөгән, уға ҡанға батҡан кейемдәрен тоттороп ҡайтарыр булғандар. Йәнәһе, йыуып алып килегеҙ. Туҡмағандар ҙа инде, тимәк. Ошоларҙы кешелек, кешеләр нисек онотһон ти? Был бит ил эсендәге вәхшилек. Өфөнөң Гоголь урамында урынлашҡан була бит инде ул төрмә. Иртәгә аталар тигән көндө Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың төнө буйы йырлап сыҡҡанын Өфө халҡы ҡан илап тыңлаған. Был уның рухи көсө, ҡеүәте хаҡында һөйләй бит. Яҙмыштары нимәгә дусар ителгәнен аңлаған бит инде улар...

Ҡатыны Хәҙисә әбейемде лә ултыртып ҡуялар. Ул бахырҡайым биш йыл ултырып сыға. Ҡалған ғүмерен ул бабайымдың ижадын барлап, халыҡҡа еткереүгә арнаны. 1956 йылда Төхвәт Йәнәбиҙең исеме аҡланғас, уға эшен алып барыуы күпкә еңелерәк тә булғандыр. Ауылда бюст асылды, музейы бар. Үҙҙәре йәшәгән Өфөнөң Карл Маркс урамында таҡтаташ тора. Бынан тыш, Инорс биҫтәһендә Төхвәт Йәнәби исемен йөрөткән урам да бар. Ул урамды ла барып ҡарап торам. Миәкәләге музейҙың яҙ­мышы менән дә даими ҡыҙыҡ­һынам. Кемдер берәү шөғөлләнергә тейеш бит. Инорстағы 68-се мәктәптән Ғилметдинова фамилиялы бер уҡытыусы шылтыратҡайны, ул: “Төхвәт Йәнәби урамындағы мәктәптә уҡыусылар яҙмышын да, биографияһын да белергә тейеш, беҙгә материалдар бирегеҙ әле!” – тигәйне. Барып күрешәһе бар әле.

Хәҙисә әбейемдең нисек тырышҡанын яҡшы беләм, сөнки ауылдан килгәс, уларҙа торорға тура килде. Барыһы ла бына бөгөнгөләй күҙ алдында.
Уларға барып урынлашыуым да ҡыҙыҡлы булды. Өфөнөң тимер юл вокзалынан трамвай менән “Балалар донъяһы” туҡталышына тиклем килдем дә ҡайҙа барырға икән тип торғанда, Нәғимә исемле апай мине фатирға төшөргән бер әбейгә алып китте. Унда бер ай тирәһе йәшәгәс, ул минең Миәкә районынан икәнлегемде белеп: “Танышта­рыбыҙ бар, Төхвәт Йәнәби тигән шәп кеше бар ине”, – тимәһенме? Ул минең бабайым бит ул, тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Аҙаҡ инде уларға барып урынлашып, Хәҙисә әбейемдә йәшәнем. Торараҡ һеңлем килгәс, ул бында ҡалды, мин Ғәлиә апайым янына, Төхвәт бабайым ҡарап үҫтергән кеше янына, күстем. Элекке заман кешеләре бер-береһенә ярҙамсыл да булған. Урам буйынан кешегә алып барып урынлаштырҙы бит инде Нәғимә апай. Шул Хәҙисә әбейемде табырға булған инде, ә ул “халыҡ дошманы ҡатыны” исемен күтәреп, кеше менән бик аралашып та бармаған. Башҡаларға зыян килтереп ҡуймайым тигән маҡсатынан булған инде был теләге. Уның янына Сәғит Агиш, Ноғман Мусиндың ҡатыны Фәймә апай килеп йөрөй торғайнылар. Сәғит ағай Төхвәт бабайым тураһында һәр саҡ яҡшы фекерҙә булды.

Әйткәндәй, Хәҙисә әбейемде хатта йортһоҙ ҡалдыралар. Улар Карл Маркс урамында йәшәһә, мин барғанда Ленин урамында тора ине инде. Әйткәндәй, бер мәл йортонда торған иҫтәлекле таҡтаташ юҡҡа сыҡты. Шунан район хакимиәтенә шылтыратып, яңынан ҡуйҙырыуҙы хәстәрләнем.

– Ул бит заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе булған. Барлыҡ хеҙмәте халҡы алдында. Нисек уға яла яға алғандар һуң?
– Был хаҡта минең дә уйлап аптырағаным булды. Яуапты Ғәзим Шафиҡовтың яҙмаларында таптым. Уның өҫтөнән шикәйәт яҙҙыралар.

– Берәй шиғырын уҡып китәм тип китабын ҡулыңа алдыңмы, Мөгөлсөм апай?
– Эйе. Бына ошо шиғыр юлдары уның ижад, тормош асылына тап килә, минеңсә:
Күңелем шат, рухым төшмәҫ –
Мөхәббәтем тулы халҡыма.
Баҫҡан юлым матур, барам алға,
Ҡарамамын алдым, артыма!

Шиғырҙары күп инде был йы­йынтыҡта, әллә күпмеһен уҡырға булыр ине. Ҡайһы берҙә төндәр буйы уҡыйым уның яҙған­дарын. Шундай ауыр замандарҙа улар бит юл ярыусылар булған, М. Ға­фуриҙың йорт-музейына халыҡ шағиры янына барып йөрөгән, йыш аралашҡан. Ул өй ҙә бабайымдың яҡты рухын һаҡлай әле.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында ла уның фотоһы тора. Бер мәл инеп ҡарап, күңелем тулып сыҡтым. Мин ни үҙем берәй ерҙә “т” хәрефен күреп ҡалһам да, уның хаҡындағы бар мәғлүмәтте йыйып, туплап барырға тырышам. Дәүләт учреждениелары тарафынан да ошондай хәтер эше алып барылыуын күреү – үҙе ҙур шатлыҡ. Нимә генә тимә, ваҡыт апаруҡ уҙған, башҡа төрлө дәүер, башҡа уйлы кешеләр йәшәй, әммә музей, китапхана, мәктәп кеүек изге урындарҙа йола һаҡлана, традициялар юғалмай икән, тимәк, халыҡ хәтерендә лә милләт өсөн янып йәшәгән, эшләгән кешеләр исеме йәшәйәсәк.

Беҙҙең яҡта Төхвәт бабайымдың һүҙҙәренә яҙылған тағы ла бер йырҙы башҡаралар. “Аҫылсәсәк” тип атала ул. Уны Шәмсеҡәмәр әбейем, ҡәртнәйем, аҙаҡ минең әсәйем “Байыҡ” көйөнә йырлағанын йыш ишеттем.
Аҫылсәсәк үҙе өҙөлһә лә,
Еҫе аңҡый уның болонда.
Аҫыл егет үҙе үлгәндә лә,
Ис(е)ме ҡала халҡы телендә.
Үлһәң туғандарың аят уҡый,
Өсөң, етең, ҡырҡың тулғансы.
Ил хаҡына яҡшы хеҙмәт итһәң,
Онтолмаҫһың йылдар уҙғансы...

Бына ошо юлдар, әйтерһең, баш­ҡорт яҙыусыһы, журналист, ойошто­роусы Төхвәт Йәнәбиҙең үҙе хаҡын­да әйтелгән кеүек. Әгәр бөгөн беҙ уны телгә алабыҙ икән, бары тик ана шул башҡорт әҙәбиәтенә, матбуғатына һалған көсө өсөн.

– Йәркәй тигән улдарынан кемдәр ҡалды? Улар башҡорт рухиәтендә Төхвәт Йәнәби тигән шәхес барлығын беләме?
– Туғанҡайым, бабайым атылғас, әбейем төрмәгә ултыртылғас, ул бала юғалған. Уны таба алманылар. Аллаға шөкөр, үҙ балалары урынына ҡарап үҫтергән Ғәлиә апа­йымдың улы Камил, ҡыҙы Айһылыу бар. Улар ҙур яҙыусы Төхвәт Йәнәбиҙең дә, әсәләре балерина Ғәлиә Хафизова-Ҡолбарисованың, аталары композитор Шамил Ҡол­барисовтың да башҡорт донъяһы өсөн ниндәй ҙур шәхестәр икәнен яҡшы белә.

Айһылыу менән аҙна һайын шылтыратышып, һөйләшеп торабыҙ. Ул ғаиләһе менән Европала йәшәй. Ка­мил ғаиләһе менән Мәскәүҙә төпләнде.

Төхвәт ЙӘНӘБИ

РЕСПУБЛИКАМ

Республикам,
Һин тыуасаҡ илдең
Боронғоһо иҫкә төшкәндә,
Бер һөрәнләп, әсе ләғнәт әйтеп
Тамғалағы килә үткәнде.
Алға килә батша һалдатының
Ҡынығынан сыҡҡан ҡылысы.
Ҡан күленә батып кәүҙәләнә
Шул саҡтағы
Бөтә ил эсе.
Меңәрләгән башҡорт ауылдары
Яндырылыу күҙгә бәрелә.
Көйҙөрөлгән тере кешеләрҙең
Һүрәттәре алға ҡуйыла.
Ҡолаҡтарын ҡырҡып,
Күҙен соҡоп,
Яндырылған күпме кешеләр,
Кисә генә һымаҡ кәүҙәләнеп,
Ҡыҙғаныслы иҫкә төшәләр...
Күңел күҙе күргәс шул саҡтағы
Яндырылған илдең күмерен,
Бер ҡыҙғанып нисек иҫләмәҫһең
Миллиондарҙың ауыр ғүмерен.
Республикам,
Уҙған юлың оҙон,
Күргәндәрең һинең ҡатмарлы.
Һүҙем етмәй,
Һөйләп бирер инем,
Уҙғандағы ауыр саҡтарҙы...
Республикам,
Әгәр һин тыумаһаң,
Беҙ ҙә тыумаҫ инек донъяға,
Ас, яланғас иңрәп,
Көтөү көтөп
Йөрөр инек әле байҙарға!..
Халҡым өсөн көн-төн эшләп
хеҙмәт итһәм,
шул юлда уйлай-уйлай
уттар йотһам,
Мин бәхетле, мин ысын кеше
булыр инем,
тип уйлайым, ҡулыма һәр саҡ
ҡәләм тотһам.


Вернуться назад