Нефтекама ҡалаһының электрон модель китапханаһында “Туған тел – туған телмәр” тип аталған фольклор сәғәте булды.
Китапханасылар уҡыусыларға ер йөҙөндәге халыҡтарҙың алты меңдән ашыу телдә һөйләшеүе, бөгөн уларҙың яртыһына тиерлек юғалыу ҡурҡынысы янауы хаҡында һөйләне. Сарала ҡатнашыусы балалар араһында ла күптәрҙең көндәлек тормошта туған телендә аралашмауы асыҡланды.
Фольклор сәғәтендә уҡыусылар, төрлө телдәрҙең яңғырашын тыңлап, бәйән ителгән текстың ниндәй телдә булыуын билдәләне. Китапханасылар мари телендә йомаҡтар ҡойҙо, удмуртса “Ҡуян һәм тәлмәрйен” әкиәтен уҡыны, татарса мәҡәлдәр әйтте, “Өс балыҡсы” хикәйәтен иһә башҡортса һөйләне, рус халыҡ әкиәттәрен һәм йырҙарын да тәҡдим итте.
Был фәһемле сара балаларҙа ата-бабалары һөйләшкән туған телдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы һәм хөрмәтте арттырыуға булышлыҡ иткәндер тип ышанғы килә.