Инештәргә ҡайтыу мөһим08.06.2012
Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе, йәшәү рәүешен анализлап, шуны ышаныслы әйтә алабыҙ: милләтебеҙгә йотолоу ҡурҡынысы янамай. Шулай ҙа, заманса йәшәйбеҙ тип, аңды томалаусы матдәләр эсеп, тәмәке тартып, наркотиктарға ылығып, үҙ телебеҙҙән ваз кисеп, аралашыу телен генә үҙләштерһәк, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ят исемдәр ҡушһаҡ, йылдар үтә килә кәмеүебеҙ, маңҡортлашыуыбыҙ ихтимал.
“Шәжәрә — тәрбиәгә эйә” тигән өс китабыма мәғлүмәттәр йыйғанда, бала-сағаға теләһә ниндәй исем ҡушып, үҙ телен өйрәтмәй, нәҫел-нәсәбе менән аралаштырмай, ҡатнаш ғаилә ҡороуы арҡаһында, ҡот осҡос күренешкә табан барғаныбыҙға шаһит булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, милләтебеҙ үҙебеҙҙең аумаҡайлығыбыҙ арҡаһында йотола бара. Уҙған быуаттың 60–90-сы йылдарында, аҙ һанлы халыҡтарҙы бөтөрөү сәйәсәте барған осорҙа, мәктәптәрҙә бөтөн фәндәр ҙә фәҡәт урыҫ телендә өйрәтелде. Республиканың географияһы, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте өйрәтелмәү сәбәпле, йәш үҫмерҙәр телен юғалтты.
Тап ошо осорҙа Себер, Алыҫ Көнсығыш, союздаш республикаларҙа ҙур төҙөлөштәр башланды. Милләттең ассимиляцияланыуына киң офоҡ асылды. Һөҙөмтәлә аралашыу телен генә үҙләштергән, үҙ телен белмәгән ата-әсәләр барлыҡҡа килде. Улар заманға һылтанып, туған телендә аралашыуҙан ситләште, йәғни урыҫ телендә һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Минеңсә, дәрәжә-шөһрәт өсөн, аралашыу телен генә үҙләштереп, әсә теленә битараф бәндәләрҙе ата-бабалар рухы бер ҡасан да ғәфү итмәҫ. Төптән уйлағанда, беҙ улар алдан күрә белгәнгә, үҙҙәрен аямай, йәш быуындың киләсәген ҡайғыртҡан өсөн мул, ожмахтай тәбиғәтле биләмәлә йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, Ер шарының ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек, беҙгә ер тетрәү, ҡот осҡос емергес ҡойон, һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай. Ошоларҙы уйлаһаң, халҡыбыҙҙы һаҡлап, олатай-бабайҙарыбыҙға рәхмәтле булып ҡына, мосолмандарса шөкөр итеп, йәшәргә тейешбеҙ. Бөгөн иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәктәрҙең береһе булыу менән ғорурланабыҙ икән, бында ла олатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ. Нәҡ улар киләсәкте хәстәрләгән өсөн күптәр беҙҙең менән иҫәпләшергә мәжбүр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт балаһы, әкренләп үҙлеген юғалта барып, бабаларыбыҙҙың йолаларынан тайпылып, цивилизациялы милләттәрҙең йәшәү рәүешен хуп күреп, күп бала бағыуҙан ситләште. Бер-ике бөртөгөнә лә сит-ят исем ҡушып, Фидель Эдуардовичҡа, Рудольф Романовичҡа әйләндергәс, бындай “цивилизациялы” бәндә үҙ телендә һөйләшергә ояласаҡ, аралашыу телендә генә аңлаша башлаясаҡ. Һуңғы осорҙа, Башҡортостан халҡының киләсәген ҡайғыртып, зыялылар матбуғат битендә йыш сығыш яһай. Оҙонға һуҙылған диалогтарҙы байҡап сыҡҡандан һуң, ғалимдарыбыҙҙың яҡын арала ғына ауыл хужалығын үҫтереүгә, дәүләт тарафынан әхлаҡи ярҙам булмаясағын һиҙемләп, төрлө кәңәш биреүҙәренә инанаһың.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, гәзит тултырып һөйләнелгән фәлсәфәлә төплө генә аҡыллы фекерҙәр менән бер рәттән, әйткәндәренә ҡапма-ҡаршыларын да еткереүҙәре ғәжәпләндерә. Мәҫәлән, “ауыл — кешенең тыуыу, үҫеү, белем алыу урыны”, “тамырҙарыбыҙ ауылдарға барып тоташҡан”, “беҙгә милләтебеҙҙең сәңгелдәген һаҡларға кәрәк”, тип аҡыллы ғына һығымта яһайҙар ҙа шунда уҡ, башҡорт халҡы бөгөн ауылда артығыраҡ, “Килһендәр ҡалаға, һис юғы, урам һеперһендәр, таксист булһындар”, тиҙәр. Үҙҙәренсә ауыл халҡын эшһеҙлектән, эскелектән, суицид кеүек мәғәнәһеҙ үлемдән арындырыу маҡсатында шулай өгөтләйҙәрҙер инде.
Тик эскелек һаҙлығына батҡан, аҡылын юғалтҡан йүнһеҙ ҡалала йәшәп, хәмер йотоуын дауам итһә, милләттең абруйын ғына төшөрәсәк бит. Ундайҙарҙы башҡаларға күрһәтеп, үҙебеҙҙән көлдөргәнсе, ауылда йәшәүҙәре хәйерле. Һуҡмыш хәлдә, ат өҫтөндә берәй фермерҙың йә эшҡыуарҙың малын көтөп йөрөй торғас, бәлки, аҡылына килер. Эсеүен ташлағандар ғаиләләрен ҡарар. Ҡайһыларының эшҡыуар булып китеүе лә бар... Икенсенән, ауылда йәшәгәндәр артыҡ, улар көсө менән башҡа халыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә дусар ителәсәкбеҙ, тип хафаланып, йәштәребеҙҙе ҡалаға әйҙәп, көнитмешебеҙ башҡортса булмаһа, бер ваҡытта ла, бер генә ҡалала ла күпселекте тәшкил итеү мөмкин түгел. Ҡалаларҙа йәшәгән милли интеллигенция һәм чиновниктар халыҡты ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары нигеҙендә йәшәргә өйрәткән хәлдә генә сифат, һан яғынан үҫешәсәкбеҙ. Ауылдан ҡалаға эшкә барып, ғаилә ҡороп, тотош ғүмерен шунда үткәргәндәрҙең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен иҫәпләһәң, туған телен белгәндәр бик аҙ. Ә бына Мәләүез районының Аҡназар ауылынан Ғоссам Хөснөтдинов, Бөрйән районының Үрге Нөгөштән Әҡсән Иҫәнаманов ағайҙар 10–12 бала ҡарап үҫтерҙе, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре тәүгеһенеке — 79, һуңғыһыныҡы — 76. Бына кемдәр ул милләтебеҙҙең терәге! Әгәр ҙә ҡалала миллиондарса килеме булған бер нисә ғаилә ошолай йәшәһә, беҙ ҙә балаларыбыҙға: “Ҡалаға барығыҙ, белем алығыҙ, эшҡыуар булығыҙ, беҙ етештергән тәбиғи аҙыҡты эшкәртеп һатығыҙ”, — тип фатиха бирер ҙә инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт хәҙерге цивилизациялы ҡалала йәшәй башлаһа, ғөрөф-ғәҙәтен, туған телен онота. “Я по-башкирски понимаю, но говорить не могу”, — ти башлай шул... Европа илдәрендә — 5, Америкала 2,5 процент ауылда йәшәгәндәр илен туйҙыра ала, беҙҙә 56 процент ауылда йәшәй тип башҡорт халҡын ҡалаға әйҙәү, милләтебеҙҙең аҫабалығын юғалтырға маташыуға тиң. Ата-бабаларыбыҙ бер ваҡытта ла байлыҡ артынан ҡыумаған, әммә йүнселлекте йәшәү рәүеше итеп, әрһеҙләшеп мал, ҡош-ҡорт тотоп, еренә ерегеп йәшәгән. Бөгөн ғаиләһен ҡарау өсөн эш эҙләп, киң Рәсәйҙең төрлө тарафтарына юлланғандар икән — ваҡытлыса күренеш. Беҙҙеңсә, байлыҡ — көтөүлек-тибенлектәр, йәйләү-утарҙар, ата-бабалар ере. Үҙебеҙсә йәшәһәк кенә, мосолманлыҡты, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.


Вернуться назад