Яҙҙың тәүге көнө тарихи ваҡиға менән башланып китте: "Юлдаш" радиокомпанияһы "Тыуған илкәйемде данлайым" шиғри альманахының исем туйын уҙғара икән.
Аудиойыйынтыҡҡа Рәшит Ниғмәти, Кәтибә Кинйәбулатова кеүек исемдәре тарихта ҡалған бөйөк шәхестәребеҙҙән башлап Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфи, Лариса Абдуллина кеүек яңы быуын шағирҙарының да илһөйәрлек менән һуғарылған шиғри әҫәрҙәре индерелгән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында барған сарала аудиойыйынтыҡты төҙөүселәр – Тәнзилә Үлмәҫбаева, Миләүшә Йәғәфәрова, Клара Әһлиуллина, саҡырылған ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, әҫәрҙәре шулай уҡ альманахҡа ингән Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, республика матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты.
Сығыш яһаусы һәр кем "Тыуған илкәйемде данлайым" шиғри альманахының ҙур әһәмиәтен, замана талаптарына яуап биреүен, йәш быуында илһөйәрлек, телгә һөйөү уятыуын билдәләп үтте.