СалауатЮҡ, башҡаса була алмай ине,
Башҡа юлдар уға юҡ ине,
Уның өсөн хаҡлыҡ яулау юлы
Йәйәһенән осор уҡ ине.
Юҡ, башҡаса була алмай ине,
Ҡырҡып алған саҡта танауын,
Ғорур ҡалыу, тыныс ҡалыу менән
Үтте халыҡ, тарих һынауын.
Юҡ, башҡаса була алмай ине,
Күрер ғазаптары, язаһы,
Диңгеҙ ҡаяһына ҡаҙаҡланғас,
Туҡтамайса һыҙлар яраһы.
Юҡ, башҡаса була алмай ине,
Һәләкәтле яуға ингәндә,
Белә ине: батырлығы хаҡы
Маяҡ булып ҡалыр илендә.
ЕрҒаләмдә һыуыҡ бушлыҡта
Ер һулҡый, гүйә, йөрәк,
Уның аяуһыҙ тынлығын
Боҙорға итеп йөрьәт.
Берсә кескәй ҡошсоҡ кеүек
Ул ҡанатын ҡаҡҡандай,
Тик үҙендә тереклекте
Һаҡлап тора ҡалҡандай.
* * *
Уңыш тигәндәре ҡай саҡ
Була бер аҙ ағыу менән,
Бал ҡортонан бал аламы
Һис бер унан сағылмаған.
Татлы ғына түгел уңыш,
Юҡтан ғына тыумай табыш,
Ағыуын да ҡурҡмай йотор
Тәүәккәлдәр өсөн тормош.
* * *
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, беләм,
Үҙ ваҡыты юҡ тик һағыштың,
Һис сәбәпһеҙ йәнде биләүенән
Һарыларға, гүйә, һабыштым.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, беләм,
Үҙ ваҡыты юҡ тик ҡайғының,
Аяҙ көндә йәшен кеүек һуҡһа,
Ҡапыл күтәрелә ҡайһығыҙ?!
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, беләм,
Үҙ ваҡыты юҡ тик бәхеттең,
Көткән саҡта түгел, көтмәгәндә
Уның балҡышына эләктем.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, беләм,
Үҙ ваҡыты юҡ тик ғүмерҙең,
Сик-самаға һыймаҫ ул ҡөҙрәтте
Ни үлсәмдәр менән бүлерһең?..
* * *
Февраль әле. Бары февраль.
Ә күктәр шундай аяҙ.
Аяҡ осона һаҡ баҫып,
Ҡарап тора һымаҡ яҙ.
Килергә лә баҙнат итмәй,
Иртәрәк шул, иртәрәк.
Әйтке килә: “Ҡабалан, яҙ,
Һин беҙгә шундай кәрәк!”
* * *
Иң бәхетле көн дә үтә,
Уны төн өҙә.
Унан бары битараф ай
Күгендә йөҙә.
Ни үҙгәрә, ғүмер үҙе,
Сығып үлсәмдән,
Ҡараңғылыҡ ҡосағына
Ҡапыл күскәндән?
СәскәләрШиңгән сәскәләр терелмәй көҙөн,
Яҙғы сәскәләр инде бүтәндәр,
Алда – күп көҙҙәр, алда – күп яҙҙар,
Тик улар инде түгел үткәндәр.
Шул сәскәләрҙәй беҙҙең ғүмерҙәр –
Һис ҡабатланмаҫ ҡәҙерле бүләк,
Яҙҙар шатлығын, көҙҙәр һағышын
Сәскәләр һымаҡ йәшәйек биҙәп.
Һәр бер сәскәнән йәмләнә болон,
Шул сәскәләрҙәй миҙгелдәр аша
Балҡып уҙайыҡ, ниҙәр булһа ла,
Урап ҡайтмаҫтар был көндәр башҡа.
Ҡорос
Ҡорос нисек сыныҡты, тип
Йәшәгән заман килде,
Ҡоростай сыңлаған һүҙҙәр
Төп һүҙҙәр булып инде.
Ҡоростай ныҡ кешеләргә
Күрһәтелә төп хөрмәт,
Ҡоростай нығытҡан өйҙә
Йәшәйбеҙ гөрләп-гөрләп.
Ҡорос менән тик ер түгел,
Инде йыһан яулана.
...Миһырбанлыҡ һорап күңел
Кемгә икән ялына?..
* * *
Ниндәй саф ине тәүге ҡар...
Инде төрлө төҫтәргә.
Яҙын, иреп, юҡҡа сыҡты
Ергә тик дым өҫтәргә.
Ул барыбер дауа булып
Хушлашты донъя менән.
...Асылына ҡайта икән
Гонаһын юя белгән.
* * *
Тыуған ерем, һин көслөһөң
Батырҙар түккән ҡандан,
Тол ҡатындың күҙ йәшенән,
Яу үткәс тыуған таңдан.
Тыуған ерем, һин көслөһөң
Шытып сыҡҡан игендән,
Ҡоштарҙан һибелгән моңдан
Осҡан саҡта иленән.
Тыуған ерем, һин көслөһөң
Икмәк менән тоҙоңдан,
Бары һиндә тыуған өсөн
Һәр саҡ яҡты йөҙөңдән.
* * *
Ай яҡтыһы үҙе һаран,
Һирпелә һарҡып ҡына,
Тороп та ҡалмай, артыңдан
Эйәрә һаҡ-һаҡ ҡына.
Уның алдатҡыс нурҙары
Ялған һөйөү антылай,
Күпме ғашиҡ шул алдауҙы
Аңлай алмай аптырай.
ХәтерҺәҙиә Дәүләтшина рухына.
Атлап барған кеүек, гүйә,
Тере ҡуҙҙар өҫтөнән,
Һин һаҡланың заманыңды
Ғәҙелһеҙлек көсөнән.
Йәнде йотор ул һаҙлыҡта
Һин сәскә булып ҡалҡтың,
Һине шуға сәскәһеләй
Ҡәҙерләй туған халҡың.