Ваҡыт бирә ғәҙел баһаны07.06.2012
Ваҡыт бирә ғәҙел баһаныУның исемен белмәгән кеше юҡтыр. Балет сәнғәтендә сағыу йондоҙ булып балҡыған шәхесте әле лә онотмайҙар. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың иҫтәлегенә халыҡ-ара фестиваль үткәрелеп тора. Быйыл инде ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған күркәм сара Адольф Адандың “Корсар” балеты менән башланып китте. “Корсар”ҙы сәхнәләштергән легендар хореограф,
Башҡортостандың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы,
Социалистик Хеҙмәт Геройы Юрий Григоровичтың да бейеү байрамына килеүе фестивалдең бәҫен бермә-бер күтәрҙе.

Юрий Николаевич балет сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған. Рудольф Нуриев менән ул яҡындан аралашҡан. Өфөлө булғанда ул яҡты хәтирәләргә бирелеп, йылы һүҙҙәр менән ижадташ дуҫын иҫкә алды.
“Рудольф менән беҙ бергә Киров театрында эшләнек, — тине. — Уның ҡатнашлығында “Мөхәббәт хаҡында риүәйәт” исемле икенсе ҙур балетымды ҡуя башлағайным. Дәртебеҙ ташып торған саҡ. Бәхәс килеп тыуғас та, ул Парижға сығып китте. Былай булырын берәү ҙә көтмәгәйне. Хатта ул үҙе лә уйламағандыр. Гастролдән уның бары тик багажы ғына Ленинградҡа ҡайтты. Рудикты ла, мине лә уҡытҡан Александр Иванович Пушкин менән осрашҡанда бер нәмә хаҡында белеп ҡалдым.
— Сумаҙанында нимә барын күрһәтәйемме? — ти остазым. Эсен асып ебәрһә, яңы әҙерләп йөрөгән балеттың геройы — Фәрхәд өсөн затлы костюм ята. Ул саҡта беҙҙең илдә бындай кейем юҡ ине — ябай трикотаждан булғас, ул тиҙ туҙа, етмәһә, шырышып бара. Тимәк, Рудольф әле бында бейейем тип уйлаған.
Рудольф Нуриевтың ҡаҙаныштарының сере хаҡында йыш һорайҙар. Ул тәү сиратта һоҡланғыс, ҡабатланмаҫ, талантлы бейеүсе ине. Бигерәк аҡыллы булды, сәнғәт менән ҡыҙыҡһынды, күп уҡыны. Холҡо, әлбиттә, еңелдән тип әйтмәҫ инем.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Рудольф менән Францияла, Италияла һәм башҡа илдәрҙә йыш осрашырға тура килде. Гранд-операла ҡуйылған уның һуңғы спектаклен — “Баядерка”ны ҡарарға саҡырғайны, ихлас күңел менән барҙым. Мәскәүҙәге Ҙур театрҙа нимәлер сәхнәләштерергә уйлағайны, әммә килеп сыҡманы.
Тағы ла бер күрешкәндә ул күңелен өйкәгән нәмә хаҡында әйтеп һалғайны. “Әсәйем ҡаты ауырый, көндәре һанаулы ҡалған, әммә мине илгә индермәйҙәр...” — тине. Нисек яуап бирергә лә белмәнем. Мин бит сәйәсмән дә, дәүләт илсеһе лә, президент та түгел... Шулай итеп, бер заман Парижда беҙҙең дәүләт илсеһе менән осрашырға тура килде. Уға Рудольфтың хәле тураһында һөйләп бирҙем. “Ул совет илен бер ҡасан да әрләмәне, бары тик ижади үҫештең башҡа юлын үтеп ҡарау өсөн генә сығып китте”, — тинем.
Шунан һуң тағы гастролдәрҙә йөрөнөм. Мәскәүгә ҡайтһам: “Һине Нуриев килеп эҙләп йөрөнө”, — тиҙәр! Аптырап киттем. Баҡтиһәң, әсәһе менән хушлашыу өсөн уны илгә индергәндәр. Рудольф менән күрешә алмауыма бошондом... Мин эҙләй башлағанда, ул Парижға киткән ине.
Тыуған яғында ла уның менән бик тетрәткес хәл булған икән. Ауыр хәлдә ятҡан әсәһе улын танымаған. Рудольф төнө буйына уның карауаты янында ултырып сыҡҡан, ә иртә менән — китергә ваҡыт. Аҙаҡ, аңына килә башлағас, ҡыҙына: “Беләһеңме, ниңәлер минең янда Рудик булып киткән кеүек тойолдо”, — тигән әсә. Бына шулай шатлыҡлы ла, хәсрәтле лә уның яҙмышы...”
Иң ғәҙел баһаны ваҡыт бирә, тиҙәр. “Сәйәси золом ҡорбандарын реабилитациялау хаҡында” Федераль законға ярашлы Рудольф Нуриевтан барлыҡ нахаҡты алалар. Уның тыуған ерендә — Башҡортостанда — данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү өсөн эш башҡарыла. Өфө хореография колледжы, шулай уҡ баш ҡаланың бер урамы уның исемен йөрөтә. Ә инде ошо көндәрҙә Рудольф Нуриев исемендәге ХVIII халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең булып уҙыуы рухиәттең ни тиклем оло көскә эйә булыуын дәлилләне.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад