БДУ-ның Сибай институтында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм студенттар, атап әйткәндә, педагогика факультетында белем алған Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тигән проект эшләгән.Был хеҙмәт Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған.
Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, әле проектты тормошҡа ашырыу эше башланған. Тауыш яҙҙырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.
Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, шулай уҡ күреү һәләте сикле йәки тома һуҡыр кешеләр өсөн башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү.
“Интернет селтәрендә шағирҙарҙың ижад емештәре яңғыраған аудиокитап булмауы асыҡланғас, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан күренекле артистар Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосопова уҡыуында бер нисә авторҙың шиғырҙары яҙҙырылды. Шулай уҡ шиғыр һөйләү конкурстарында еңгән студенттарыбыҙ ҙа микрофон янына ултырҙы”, – ти Гөлкәй Сәмерханова.
Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары ижадынан төҙөлгән аудиокитапты тыңлау мөмкинлеге буласаҡ.