“Шүрәле”нең авторына һәйкәл ҡуйыласаҡ26.02.2019
Апрель айында, Татарстан мәҙәниәте көндәре үткән мәлдә, Өфөлә бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Былтыр республика Хөкүмәте уның проектына конкурс иғлан иткәйне.

Конкурс комиссияһы тәҡдим ителгән алты эштән иң яҡшыһын һайлап алды. Әле һәйкәл скульптор Владимир Дворник тарафынан ҡойола. Ул “Нур” татар дәүләт театры алдындағы майҙанда урынлашасаҡ.

Ә 1912 йылда Ғабдулла Туҡай туҡтап киткән баш ҡалалағы Свердлов урамындағы йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ.



Вернуться назад