Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, тиҙәр. Былтыр Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында үткән “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” II Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән яҙып алған Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл асыу хаҡында тәҡдим яңғырағайны. Институт етәкселеге һүҙендә торҙо — Батырҙар аллеяһын тулыландырып, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың мөһабәт һыны ҡалҡып сыҡты. Һәйкәлдең авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов.
Үҙ халҡын һөйгән һәм уның ижадына ғашиҡ булған Мөхәмәтша Буранғолов беҙҙең көндәргә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының аҫыл ҡомартҡыларын — “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” кеүек мәшһүр ҡобайырҙарҙы, һоҡланғыс легенда-риүәйәттәрҙе яҙып ҡалдырыуы һәм шуның ярҙамында быуындар бәйләнешенең, тарихи хәтер сылбырының бөтөнлөгөн тәьмин итеүе менән бөйөк. Хәйер, Мөхәмәтша Буранғоловтың ғүмер буйы сәсән аманатына тоғро ҡалыуы күптән оло һәйкәлгә лайыҡ ине. Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың башланғысы һәм ярҙамы менән эшләнгән һәйкәл йәш сәсәндәребеҙҙе илһамландырыр, халҡыбыҙҙы уйландырыр, быуындар аманатына хыянат итмәҫкә саҡырыр.
Кәримә УСМАНОВА.