Ҡалдырма, әсәй!06.06.2012
Ҡалдырма, әсәй!Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...
— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, терт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.
— Бү-р-р-е... — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.
— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек кешеләрҙең бүреләр тураһында һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә барҙы.
— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.
— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...
Үлге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ ул. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, атай-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә, детдом балалары тип тә ҡарамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...
Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар, ти. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны күреп, өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос хәлде күреп торған ҡатындың сәсе ағарған, телдән яҙған...
Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт йәнемде өтөп алды. “У-у-у... У-у-у”... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.
— Әс-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ни илай алмайым, ни ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! “У-у-у... У-у-у” — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...
Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фараның яҡтылығы көсәйгәндән-көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып, көсәнә яҙып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. “Тимер ат” үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!
— Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.
Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:
— Йәһәтерәк ултырығыҙ!
Әмиләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ҡабалана-ҡабалана кереп ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!
Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит: тештәр тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:
— Был ваҡытта урман араһында, оло юл уртаһында йөрөймө кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?
— Сәлмәндән.
— Һо-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? Әмиләнең шул тиклем ҡото осҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.
— Ҡаланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк, кире яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы.
Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.
— Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Атай-әсәйегеҙ нимә ҡараған?
Ата-әсә һүҙен ишеткәс, шымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.
— Беҙ детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серек тешем. Ә ҡалаға алып барыусы булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...
— Әә-ә. Улай икән... Минең дә детдомдан бер танышым бар ине. Тик ул йәшләй гүр эйәһе булды шул. Үҙен һаҡлай белмәне. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине, ивет?
— Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.
— Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!
— Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын, ти, — тинем, аптырап.
— Ҙурайғас, аңларһың әле. — Бабай тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Һеҙ булған ҡалаға инәбеҙ. Унан сығып артабан һыпыртабыҙ. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп үк ҡалдырырмын әле. Әлегә йоҡлап алығыҙ...
Ҡайҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп килә. Кеше серек буламы икән, тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...
Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп һаҡсы килеп сыҡты:
— Килделәрме ҡасҡалаҡтар. Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләне.
— Һау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып.
Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә индек. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәге сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.
— Рәхмәт апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем уға.
— Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.
— Ҡасҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ этте. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған, тиҙәр... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...
Тамаҡ ялғап алғас, аяҡ осона ғына баҫып бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.
(Аҙағы. Башы 106, 108-се һандарҙа).
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад