“Ирәндек моңдары-2012” конкурсында Сибай филармонияһы солисткаһы Зәлиә Хөбөтдинова еңеп, ВАЗ-2107 автомобиленә эйә булды. Халҡыбыҙҙың “Ғәзибәк Насир” йыры уға еңеү килтерҙе.
Әйткәндәй, башҡорт йыры конкурсы Сибайҙа 31 майҙан 2 июнгә тиклем барҙы. Сарала Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 76 кеше ҡатнашты. Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Екатеринбургтан вәкилдәр килгәйне.
Конкурс Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына арналды. Конкурсанттар шулай уҡ ижади лаборатория эшендә лә ҡатнашты. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендәге жюри ағзалары тыңланған әҫәрҙәргә, башҡорт вокалының торошона һәм үҫешенә байҡау яһаны.
Өфөнән Рәдиф Зариповҡа әүҙем ижади эшмәкәрлеге һәм башҡорт йырҙарын пропагандалаған өсөн миҙал тапшырылды. Учалы районынан Гөлсиә Хилажева менән Сибайҙан Алмас Ырыҫҡужин махсус бүләккә эйә булды. 22 ҡатнашыусыға “Ирәндек моңдары-2012” конкурсы лауреаты тигән исем бирелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.