Ҡоҙа менән ҡоҙаса мөхәббәткә юл аса05.06.2012
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры 21-се миҙгелен Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһы менән тамамланы.

...Утыҙынсы йылдар. Колхозлаштырыу осоро. Ауылда бер төркөм йәштәр бәхетле коммунизм, яҡты һәм тулы хоҡуҡлы киләсәк төҙөйбөҙ тип дыу килә. Әммә иҫке тормош күренештәре лә юҡҡа сығып бөтмәгән икән. Мәҫәлән, 60-тан уҙған Яҡуп (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов) ҡатыны Мәхмүзәнән (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ниса Бакирова) йәшереп кенә яңы кәләш алырға йөрөй. Һай, татлыға үрелә ҡартлас — йәп-йәш, һылыу ҡоҙасаһы Назаға (Резеда Әмәкәсова) өйләнмәксе. Ҡоҙа менән ҡоҙаса мөхәббәткә юл аса, тиген. Туҡта, асмай торһондар әле... Баҡтиһәң, Наза бәләкәй ҡоҙаһын Басирҙы (Илфир Баймырҙин) ярата икән. Ә ҡартлас Яҡуп һәм дуҫы Әхмәт (Илгиз Әкимбәтов) менән Басирҙы көнләштереү өсөн генә шаяра ҡыҙ. Бәй, дөрөҫ эшләй, егет булғас, ут булһын, Басирҙы әйтәм, өйләнеү эштәрен тиҙләтһен. Шулай итә лә ул: Ильяс дуҫы (Гилүс Минһажев) ярҙамында һөйгәне менән ҡауышыу сараһын уйлап таба. Әммә...
...Бына ошондай мауыҡтырғыс мажараны ҡарап рәхәтләнеп көлдө, рухланды һәм ял итте үткән аҙнала Стәрлетамаҡ тамашасыһы. Был мажара ҡаланың башҡорт театрының 21-се миҙгелен ябыу сиктәрендә Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” пьесаһы буйынса ҡуйған комедияһы ине.
Спектакль башланыр алдынан, йоланы еренә еткереп, театрҙың директоры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәров һәм художество етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, комедияның ҡуйыусы-режиссеры Азат Йыһаншин тамашасыға миҙгелдең килтергән ҡаҙаныштары хаҡында әйтеп үтте. “Беҙҙең театр быйыл Рәсәй кимәленән Европа кимәленә күтәрелде. Юҡҡа ғынамы ни уны Башҡортостан драма сәнғәтенең бренды тимәйҙәр. Тимәк, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән. Донъя кимәленә сығарған спектаклдәребеҙ, бихисап конкурс-фестивалдәрҙә еңеүҙәребеҙ — быға үҙе асыҡ дәлил.
Автономиялы театр ижадта ғына түгел, матди яҡтан да киңәйҙе. Әйтәйек, Рәсәйҙә, беҙҙән башҡа, артистарына торлаҡ шарттары, эш ваҡытында бушлай ашатыу мәсьәләһен күтәргән театр бөтөнләй юҡ. Унан тыш, йыл да актерҙарыбыҙ Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайта. Был йәһәттән мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙә матди ярҙам иткән дуҫтарыбыҙға рәхмәт. Ә шулай ҙа иң ҙур ҡыуанысыбыҙ — һеҙ, тамашасылар”, — тип ғорурланды коллектив етәксеһе Таһир Искәндәров. Азат Йыһаншин һүҙ дилбегәһен ҡулында оҙаҡлатманы, бары тик: “Тамашаны рәхәтләнеп ҡарағыҙ”, — тип теләне. Алда беҙҙе ике сәғәткә яҡын барған һын ҡатырғыс комедия көтә ине.
Кино донъяһында ЗD форматында төшөрөлгән фильмдар популярлашты. Йәнәһе лә тамашасы махсус шарттар ярҙамында ҡараған кинокартина эсендә йөрөй ала (“эффект присутствия” тиҙәр уны урыҫтар). Бындай шарттарҙы театр сәхнәһендә тыуҙырыуы мөмкин түгел. Әммә унда икенсе ысулдар бар: спектакль ни тиклем көслө уйланылып эшләнгән, сәхнә матур биҙәлгән һәм, әлбиттә, ни тиклем актерҙар оҫта уйнай, шул ҡәҙәр тамашасы сюжетҡа ылыға бара, үҙен әҫәрҙә ҡатнашыусы итеп тоя. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры коллективына тиңдәр һирәктер. Улар ҡуйған “Ғәлиәбаныу”ҙы алайыҡмы, “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” булһынмы, йә иһә әлеге “Ҡоҙаса”мы — һәммәһенә лә тамашасы хайран: мәҫәлән, үҙем актерҙар менән бергә ҡушылып илайым, рәхәтләнеп көләм, ваҡыты-ваҡыты менән урынымдан талпынып ҡуям. Бына ошонан да, минеңсә, ҙур баһа юҡтыр театр өсөн!
Бик юғары кимәлдә ҡуйылған, тип баһаланы фойела гөжләгән тамашасы тәнәфес ваҡытында уҡ әҫәрҙе. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Азат Йыһаншин, ҡуйыусы-рәссамы Альберт Нестеров, музыкаль биҙәүсеһе Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, хореографы Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова, хормейстеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Афарим Аҡсуриндар ҙа, төп ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа, күмәк ролдә уйнаусы бер төркөм йәш актерҙар ҙа әҫәргә йөрәктәрен һалып эшләгән, тигән һығымтаға килгән ине улар.
...Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының тағы бер бай миҙгеле тарихта ҡалды. Ә алда яңы ижади үрҙәр, ең һыҙғанып башҡараһы эштәр көтә. Артабан да коллектив тамашасыһының баһаһына һәм өмөтөнә тоғро ҡалһын тип теләйек.
Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Тамашасы фекере

Зәйтүнә СӘЛИХОВА:
— Бала сағыма, йәшлегемә алып ҡайтты спектакль. Ҡалабыҙҙа юғары ихласлыҡ һәм ябайлыҡ сифаттары ташып торған коллектив барлығына ғорурланып, сәхнәләштергән тамашаһын мөкиббән китеп ҡараным. Иҫ китмәле сәхнә биҙәлеше, бейеүҙәрҙең ҡуйылышы. Ул — сюжет, ул — актерҙарҙың оҫталығы. Барыһы ла еренә еткереп, төптән уйланып эшләнгән. Рухиәтемә шул ҡәҙәр шифа биргәне өсөн сикһеҙ рәхмәт теләйем был коллективҡа.

Гүзәл Гәрәева:
— Театрҙа ҡуйылған һәр премьераны байрам тантанаһы итеп ҡабул итәм. Ә “Ҡоҙаса”ға килгәндә, режиссер, рәссам һәм хореографтың да, актерҙарҙың да һәр деталгә иғтибарлы булыуы баһалап бөткөһөҙ, тип уйлайым. Сәхнәләштерелгән заман фонында йолаларыбыҙ көнүҙәк икәненә инандыҡ. Театр артабан да шулай йөҙөн юғалтмай, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен яҡтыртһын ине.


Вернуться назад