Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ15.02.2019
Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында һуңғы ике бит булып теҙелгән был исемлектә һикһәнләп әҙип! Һис кенә лә аҙ түгелбеҙ бит! Арабыҙҙа алтмыш йәшлектәре лә бар, ә инде етмеш-һикһәнгә еткәндәре әле лә ижад донъяһында емертеп эшләп йөрөрлөк.

Ни хәл итәһең, ижад донъяһында яҙмыштар төрлөсә килеп сыға. Әҙәбиәткә килгән йылдарҙа минең менән ең һыҙғанып бергә эшләп йөрөгәндәре лә байтаҡ. Уларҙы һағынып иҫкә алаһың, уңғанлыҡтарына, ижадҡа тоғролоҡтарына ихлас һоҡланаһың. Араларында беҙҙең өсөн күптән инде легендаға әйләнгән Ризаитдин Фәхретдиновтар ҙа бар.

Әммә күптәре менән оҙаҡ йылдар буйына бергә янып-көйөп эшләп йөрөлгән, бер үк уй-теләктәр менән янғанбыҙ бит. Уртаҡ шатлыҡтарға шатланғанбыҙ икән! Улар араһынан Салауат Ғәлинде, бер үк осорҙа тиерлек тәүге шиғырҙарыбыҙҙы баҫтырған Мөхәмәт Илбаевты, остазыбыҙ булған Мөслим Моратты, дуҫым, фекерҙәшем Динис Бүләковты, йәш ҡәләмдәшем Рәмзилә Хисаметдинованы, Әхнәф Харисовты, Шәриф Бикҡолдо, Мәҡсүд Сөндөклөнө, Сөләймән Муллабаевты, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш, Агиш Ғирфанов һымаҡ арҙаҡлы ағайҙарҙы, ҡәләмдәштәрем Хәкимйән Зариповты, атаҡлы Рәшит Назаровты, Ғәзим Шафиҡовты, Булат Рафиҡовты, Сәйфи Ҡудашты, Ризван Хажиевты, фекерҙәшем Самат Ғәбиҙуллинды, Шәрәф Әхмәтовты, Фәнил Әсәновты нисек һағынмайһың да ихлас кәңәштәрен нисек юҡһынмайһың!

Иҫән саҡтарында уларҙың ҡәҙерҙәрен дә белеп еткермәгәнбеҙҙер, бәлки. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үкенестәр һәр саҡ һуңлап килә, тормоштағы хаталары хаҡында һуңлабыраҡ уйлана шул әҙәм балаһы. Ижадта бергә-бергә эшләргә бик аҙ ваҡыт бирелгәнлеген, осрашыу-фекерләшеүҙәрҙең бик-бик самалы булғанлығын бик һуңлап аңлайбыҙ шул!..

Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, үҙ-ара хәстәрлекле мөнәсәбәтебеҙҙе һәр саҡ һаҡлай алһаҡ ине. Юғиһә әлеге исемлектә лә теҙелеп тороуың бар бит…


Вернуться назад