Ул “мөхәббәт шағиры” булды.
Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк 1952 йылда Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған.
Уға ете йәш ярым булғанда һуғыш яраларынан атаһы үлеп китә.
Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатын тамамлағас, бер йыл ауылда уҡытып ала. БДУ-ның V курсында саҡта Рәмилде “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар.
Бында 18 йыл эшләп, хәбәрсенән баш мөхәрриргә тиклем арауыҡты үтә.
Артабан “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир, директор була, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең урынбаҫары вазифаһында, “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
2017 йылдың 10 ғинуарында, йөрәге тотоп, ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡалды. Ул, үҙенең ихтыярына ярашлы, тыуған ауылы Дауыт-Ҡайып зыяратында атаһы, әсәһе һәм Венер ағаһы янында ерләнде.
Һуңғы йылда өҙөлөп һөйгән ҡатыны Зилә мәрхүмә булғас, көн йә төн тип тормай беҙгә, Сибайға, бик йыш шылтыратты.
Ҡысҡырып көлөр ҙә эсендә булған бөтә серен түкмәй-сәсмәй асып һалыр ине. Самаһыҙ ихлас, үтә лә асыҡ ине дуҫыбыҙ: шатланғанда йөрәген өҙөп бирергә әҙер, йәне көйгәндә ҡылыслы-һөңгөлө башҡорт батыры кеүек ине. Бер ваҡытта ла күңелендә асыу, үпкә һаҡламаны, кешегә ҡарата ниндәй генә мөнәсәбәт күрһәтһә лә, уның ыңғайы йылмайып-көлөп, күңелен аяй белде, ҡайтымһаҡ булды. Былар барыһы ла уның асылының сафлығы, эскерһеҙлеге тураһында һөйләй ине.
Рәмилдең һаулығына зарланғанын ғүмеремдә лә ишеткәнем булманы. Ауырығанын да иҫләмәйем. Шулай ҙа... Ноябрь аҙаҡтары ине булһа кәрәк, буранлы, толҡаһыҙ бер кистә көтмәгәндә шылтыратты.
— Фәрит дуҫ, яңы ғына Ғәлим менән (Ғәлим Хисамов – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты) Фәрит ағай Бикбулатовты ҡуйып ҡайттыҡ, – тине бойоҡ ҡына. – Күптән түгел Әхмәт Сөләймәновты оҙаттыҡ, хәҙер Фәрит ағай... Китә ағайҙар, китә... Сират беҙгә лә етте түгелме?!
— Кит, Рәмил, һин ни һөйләйһең?! Беҙ бит уларҙан күпкә йәш... Малайҙар ғына... Юҡты һөйләмә! – тип әрләп ташланым.
— Беҙгә сират, Фәрит дуҫ, беҙгә!
Яратҡан ағайҙарының вафатынан һуң ике ай ҙа йәшәй алмай ҡалды... Кеше “китерен” алдан һиҙә тиҙәр. Әллә ысынлап та белдеме икән? Шунан 30 декабрҙә кис шылтыратты. Матур итеп Яңы йыл менән ҡотланы.
— Рәмил, ниңә ҡабаланаһың? Яңы йылға теүәл бер тәүлек бар бит әле, — тинем, шаяртып.
— Донъя хәлен белеп булмай, иртәгә әллә шылтыратып була, әллә юҡ, — тине бойоҡ ҡына.
Ысынлап, бүтән шылтыратыша алманыҡ. Ошо һөйләшеү һуңғыһы булған икән.
10 ғинуар кисендә ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр...
Хаҡлы ялға ла сығырға өлгөрмәгән Шамил ағаһының, университет тамамлап, диплом яҡларға әҙерләнеп кенә йөрөгән Ләйсән ҡыҙы менән кейәүенең, Венер ағаһының (билдәле шағир Венер Йәнбәков), һөйөклө ҡатыны Зиләнең үлеме, алтмыш йәше тулыр-тулмаҫтан яратҡан эшен юғалтыуы... Йыл һайын тигәндәй бер-бер артлы килгән ошо сама ҡайғыны шағирҙың хисле йөрәге нисек күтәрә алһын инде?!
Беҙ уны яратып “Мөхәббәт шағиры” тип йөрөттөк. Ул барлыҡ донъяны, матурлыҡты яратты, барыһы менән дуҫ була белде. Күңеле тулы һөйөү ине. Эйе, ул һөйөү йырын йырлар өсөн тыуғайны, тик тормош ҡына уны аңламаны...