Гәзит уҡыусы ижады05.06.2012
Дан йырлайыҡ
Азатлыҡты даулап яуға сапҡан
Батыр уландары халҡымдың,
Быуындарҙан быуындарға күскән
Осҡондары һүнмәҫ ялҡындың.
Ошо ялҡын бөтмәҫ илһам биргән,
Уландарын күмгән дан менән,
Һәр дәүерҙең мәшһүр батырҙары
Хәҡиҡәтте яҙған ҡан менән.
Шул батырҙар илгә ҡалҡан булып,
Халыҡ азатлығын һаҡлаған,
Үлһә үлгән, ләкин тоғро ҡалған,
Дошмандарға намыҫ һатмаған.
Халҡы өсөн йәнен аямаған
Дан йырлайыҡ батыр улдарға.
Халыҡ күңелендә мәңге йәшәр,
Ихтирамы китһен йылдарға!
Нимә көтөргә?
Ҡасан күргәнегеҙ бар башҡорттоң
Ҡапҡанын иң майлы ҡалъяны?
Иң яҡшыһы ҡунаҡтарға уның,
Ә үҙенә ярай ҡалғаны...
...Эй башҡортом!..
Быуаттарҙан килгән,
Йомартлығың аяҡ саламы?
Ҡунаҡтарҙы түргә теҙә торғас,
Үҙеңә һуң өлөш ҡаламы?..
Сал Уралдың бөтә байлыҡтары
Йылға булып ситкә ағыла.
Ир-аттарың вагон-вагон булып
Себерҙәргә китә тағы ла.
Берәм-берәм күсә сит ҡулдарға
Бөтә булған сихри гүзәллек.
Завод-фабрикалар, урман-һыуҙар...
Бөтөп бара сыҙам, түҙәрлек.
Емеш-еләген дә йыя алмай,
Балыҡ тота алмай күлдәрҙән,
Зар-интизар булып йөрөрбөҙмө,
Ҡурсау эҙләп иҫкән елдәрҙән?
Йәнем һыҡрай. Әрнеп тибә йөрәк,
Нисек итеп тыныс ҡалаһы?
Үҙ илендә ятҡа ҡол булырмы,
Аҫабалы башҡорт балаһы?..
Һағынғандыр ауыл
Һағынғандыр беҙҙе тыуған ауыл,
Һыҡрап-һыҡрап, һары һағыштан.
Тәпәшәйгән кеүек Арҡатау ҙа,
Ҡамышлы күл илап тулышҡан.
Түлтебейҙә ап-аҡ томбойоҡтар,
Бөҙрә талдар һағынып бөткәндер;
Тау буйында һалҡын Алтын шишмә
Йырлай-йырлай йәшен түккәндер.
Тау башынан ҡайтыр юлды байҡай.
Әсәйҙәрҙең талған күҙҙәре.
Йыйылғандыр йөрәк түрҙәренә,
Балаларға һөйләр һүҙҙәре.
Һөрөлмәгән баҫыу буйҙарында
Моңайышып ҡалған ситәндәр.
Ҡайғыралар төҫлө “ҡайтмаҫтар” тип,
Мәңгелеккә беҙҙән киткәндәр.
Етемләнеп ҡалған кеүек ауыл,
Ишетелмәй гармун тауышы.
Ағайҙарҙың яҫы маңлайына
Һырҙар һалған йылдар ағышы.
Бар һағышты тейәп күңелемә,
Ҡайтып барам әле ауылға.
Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА