“Һәйбәт атайҙар тураһында яҙығыҙ!”05.06.2012
“Һәйбәт атайҙар тураһында яҙығыҙ!”Шәрипҡол урта мәктәбе ауылдың иң матур ерендә урынлашҡан. Бында бөтәһе 66 уҡыусы белем ала. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге уҡыу йорттарына инә.

— “Башҡортостан”ды яратып уҡыйбыҙ, эшебеҙҙә лә ҡулланабыҙ. Гәзиттә уҡымлы мәҡәләләр күп, ғибрәтле хәлдәр тураһында йыш яҙыла. Шулай уҡ юрист кәңәштәре лә фәһемле. Күп балалы ғаилә булараҡ, айырыуса кескәйҙәр өсөн сыҡҡан “Тубырсыҡ” махсус битен көтөп алабыҙ, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зәлифә Риян ҡыҙы Бәширова.
Осрашыу бик йәнле булды. Гәзит уҡыусыларыбыҙ: “Башҡортостан”да күберәк ауыл тормошо, йәштәр проблемаһы, өлгөлө атайҙар, ғөмүмән, ир-егеттәрҙең роле тураһындағы мәҡәләләр күберәк баҫылһын ине”, — тигән теләктәрен белдерҙе.
Мәктәп директоры Рәфис Бәширов етәкселегендәге коллективта үҙ һөнәрен яратҡан, камиллыҡҡа ынтылған, тырыш уҡытыусылар эшләгәненә инандыҡ. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Рәйлә Ғәйнуллина, математиканан Резеда Гробовская, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Зилә Хоҙайбирҙина менән Рәйхана Хәмитова, географиянан Йәмил Ғирфанов, тарихтан Сулпан Солтанморатова, физкультуранан Фирүзә Ғирфанова, технологиянан Фидалиә Кәримова һәм башҡалар балаларға төплө белем бирә.
Мәктәптә уҡыусыларға барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Ашханала Гәүһәр Әфләтүнова балаларҙы тәмле аш менән һыйлай.
Әйткәндәй, мәктәп уҡытыусылары быйыл да “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды.
Илмира ҠОЛБАХТИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад