Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үткәрелгән сарала баш ҡалабыҙ балалар йорттарында, социаль приюттарында тәрбиәләнеүселәрҙең йөҙөнән йылмайыу китмәне. Уларҙы байрам менән тәбрикләргә республика Президенты Рөстәм Хәмитов килде.
— Был байрамды мин икенсе төрлө балалар көнө тип йөрөтәм, сөнки уны тулыһынса сабыйҙарға бағышлайһың, улар менән уйнайһың. Бөгөн тырыш, аҡыллы балаларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Был көндө беҙ, өлкәндәр, башҡа ваҡытҡа ҡарағанда ла тормошоғоҙҙо аҙ булһа ла яҡшыртыу, мәктәптәрегеҙҙе заманлаштырыу, өр-яңы һәм сифатлы ҡорамалдар менән йыһазландырыу хаҡында нығыраҡ уйлайбыҙ. Белем усаҡтарын күркәмләндереү өсөн мөмкинлектәр табырға тырышабыҙ. Балалар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Һеҙҙең менән донъя матурыраҡ, йәшәүе лә ҡыҙыҡлы. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡырға кәрәк, әлбиттә, шулай ҙа Ватанға һөйөү мөһимерәк. Беҙ бик күркәм ҡалала, матур республикала йәшәйбеҙ. Бәхетле булығыҙ! – тине Рөстәм Зәки улы.
Артабан республика башлығы хәҙерге ваҡытта төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы, сәнәғәт һәм башҡа өлкәлә эшләп йөрөүсе балалар йортонда тәрбиәләнгән 14 кешегә фатир асҡысы тапшырҙы. Өфөнөң ҡала Советы депутаттары бәхетле өй туйлаусыларға иң кәрәкле йыһаз менән ярҙам иткән.
— Мин – йәш әсә. 1 июнь — минең өсөн иң бәхетле, шатлыҡлы көндәрҙең береһе. Беҙҙең ҡыуанысты аңлатып бөтөрлөк түгел. Улым үҙебеҙҙең фатирҙа йүгереп йөрөп үҫәсәк. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә! – тине ашнаҡсы-кондитер, әлеге ваҡытта декрет ялында булған Гүзәл Гәрәева.
Матур сара ҙур концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Баш ҡаланың иң яҡшы балалар коллективтары, йәш йырсылар, бейеүселәр һәләтен тулыһынса асты байрамда. Был көндө балаларҙың йөҙөнән шатлыҡ китмәне. Һәр килгән малай-ҡыҙҙы туңдырма менән һыйланылар.
И. ҠОЛБАХТИНА.