Бала саҡ ҡояшы айырыуса яҡты02.06.2012
Бала саҡ ҡояшы айырыуса яҡтыИртән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙан балаларҙың шат тауышына, йыр-моңға күмелде. Каникулдың тәүге көнө булғанға, бында йыйылыусыларҙың кәйефе айырыуса көр. Ойоштороусылар һәр балаға төҫлө аҡбур таратып бирҙе. Ярты сәғәт тигәндә асфальтта әкиәт геройҙары, ҡояш, сәскәләр, әсәй, атай һәм башҡа һүрәттәр барлыҡҡа килде, һәм майҙан ысынлап та “Бала саҡтың ҡояшлы ҡаласығы”на әүерелде.

Уның икенсе яғында сәнғәт академияһы һәм училищеһының студенттары балаларҙың портретын яҙҙы. Бала саҡ ҡояшы айырыуса яҡты
“Индеецтар ихатаһы”на ла бәләкәстәр сиратҡа торған. Бында улар мәргәнлектә, сослоҡта көс һынашты.
Байрам гөрләп торҙо. Күптәр майҙанға ғаиләләре менән килгән. Ҙур шар тотоп, тәмле туңдырма ашаған ҡыҙ шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте.
– Исемең нисек, һылыу?
– Нурсилә!
Бала саҡ ҡояшы айырыуса яҡты— Байрамға кем менән килдең?
– Атайым Рәмил, әсәйем Регина, һеңлем Асилә менән.
– Оҡшаймы?
– Концерт бик матур булды. Үҙем дә бейергә, йырларға яратам, – ти сос ҡыҙыҡай.
Фазлетдиновтар йыл һайын 1 июнь көндө балалар байрамына килә икән. Биш йәшлек Нурсилә был сараны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Яңыраҡ ҡына ғаилә фатир туйлаған. Бер-береһен ихтирам иткән, мөхәббәтле йәш ата-әсәнең балалары ла бәхетле булып үҫәсәгенә иманым камил.
Байрамдың ҡыҙған мәлендә мәртәбәле ҡунаҡтар килеп төштө. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы башлығы Ирек Ялаловты “Ҡыҙыл ҡалпаҡ” әкиәте геройҙары ҡаршы алды һәм күргәҙмәләр менән таныштырып сыҡты. Президентты уҡыусылар шунда уҡ уратып алды. Һәр кем уның менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға ашыҡты.
Л. НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад