Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә осрашыуҙарға йыш саҡыра, әҫәрҙәре буйынса фекерҙәрен белдереп, хат яҙалар. Күптән түгел Ҡаҙағстандан йәнә хат килә.
"Хөрмәтле, Айгиз ағай! – тип башлана ул. – Һеҙгә Алма-Ата ҡалаһынан Инҡар яҙа. Миңә 18 йәш. Күптән түгел беҙҙә булып киткәнһегеҙ. Беренсенән, һеҙгә шундай яҡшы китап яҙғанығыҙ һәм эшмәкәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Тағы һеҙ беҙгә үҙ милләтегеҙҙең бер вәкиле булыуын күрһәттегеҙ. Мин бығаса башҡорттар тураһында ишетһәм дә, һеҙҙең мәҙәниәт хаҡында белмәй инем. "Ҡалдырма, әсәй!" повесын уҡығандан һуң, һеҙҙең халыҡтың әҙәбиәте мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Повесты уҡығанда Ильястың һыҙланыуҙарын тойҙом кеүек. Хатта туҡталышта илағанымды күреп, кешеләр мине психик ауырыу тип уйланы. Ильясты, Әлиәне, Алһыуҙы, Зөлфирәне төшөмдә күрҙем. Әсәйемде ҡосаҡлап иланым, сөнки нәҡ һеҙ уның тормошомдағы урынын күрһәттегеҙ.
Бөгөн Алма-Атала күптәр китабығыҙҙы уҡый. Һеҙгә барлыҡ уҡыусылар исеменән рәхмәт. Яңы әҫәрҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ".