Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!13.02.2019
Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир Сафуан Яҡшығоловҡа һәм уның ижадына арналған конкурс башлана.

Сара ике турҙан тора. Район этабы 30 мартҡа тиклем үтә. Йөкмәткеле ғилми эш яҙған һәм иң оҫта шиғыр һөйләгән уҡыусылар төбәк этабына – Дәүләкән ҡалаһында апрелдә үтәсәк “Яҡшығолов уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһына саҡырыла.

Маҡсат – арҙаҡлы башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, әүҙем йәмәғәтсе һәм сәйәси эшмәкәр Сафуан Яҡшығоловтың ижадын пропагандалау, уҡыусыларҙы ғилми-тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә өлөш индереү.

Ойоштороусылар – “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте.

"Бәйләнештә" социаль селтәрҙәрендәге "Мең ырыуы" төркөмөндә сараның положениеһы бирелгән.


Вернуться назад